Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2019, 18:01

“Әүҙем көрәш өсөн рәхмәт!”

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров иҫерткес эсемлектәрҙе рөхсәтһеҙ һатыусыларға ҡаршы әүҙем көрәшкән өсөн республикалағы хоҡуҡ һаҡлау органдарына рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров иҫерткес эсемлектәрҙе рөхсәтһеҙ һатыусыларға ҡаршы әүҙем көрәшкән өсөн республикалағы хоҡуҡ һаҡлау органдарына рәхмәт белдерҙе.
Быйыл тәүге өс айҙа төбәктә 11,5 мең литрҙан ашыу ялған продукция табылған. Стәрлетамаҡ районында ошондай эсемлектәр ҡойоу цехының эшмәкәрлеге туҡтатылған. Былтыр иһә Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты этил спирты менән алкоголле продукцияның законһыҙ әйләнешенә бәйле 30, быйыл өс айҙа 29 енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
Кәңәшмәлә Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов үҙҙәрендә суррогат алкоголь һатыу күләменең байтаҡҡа кәмеүен билдәләне.
Читайте нас