Район үҙәгенән ун бер саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан Рсай ауылы советы Илештең иң матур, төҙөк төбәктәренән һанала. “Урал” йәмғиәте бында уңышлы эшләй, халыҡтың ауыл хужалығы продукцияһына булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә – теләгәнсә ашлыҡ, мал аҙығы һата. Өҫтәүенә тирмән эшләй. Рсайҙар ауылды төҙөкләндереүгә, эргә тирәһен таҙартыуға, йәшелләндереүгә ҙур иғтибар бирә. Быйылғы яҙғы өмә ысын хеҙмәт байрамы төҫөн алды, мөһим сараға ауыл халҡының йәше-ҡарты берҙәм ҡушылып, биләмәне сүп-сарҙан арындырыуға үҙ өлөшөн индерҙе. Рсай ауыл советы хакимиәте, мәҙәниәт йорто, почта бүлексәһе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, урта мәктәп һәм балалар баҡсалары коллективтары, уҡыусылар юл буйындағы ағастар һыҙатын ҡороған ботаҡтарҙан таҙартты, сүп-сарҙы ҡапсыҡтарға тултырып, полигонға түкте. Механизаторҙар Эдуард Фәррәхов менән Альберт Иванов киҫелгән утындарҙы Рсай янғын һүндереү депоһы янына ташыны, Рәфис Ғәббәсов тейәп торҙо.
Район иҡтисадын нығытыуға лайыҡлы өлөш индереүсе “Урал” йәмғиәте уңғандары ла шәмбе өмәһенә әүҙем ҡушылды. Рсай һөтсөлөк фермаһы биләмәһе тәртипкә килтерелде, сүп-сар йыйылды. Машина-трактор мастерскойында ла эш ҡайнап торҙо. Баш инженер Ринат Дәүләтшин, диспетчер Илида Камалова, бригадир Азамат Сәлимов етәкселегендә механизаторҙар территорияны, гараж эстәрен, эш урындарын йыйыштырҙы. Тәжрибәле механизатор Ринат Хәйертдинов “ДТ-75” тракторы менән ферма юлдарын тигеҙләне. Хужалыҡ идараһы бинаһы алдын, баҡсаһын таҙартыуға йәмғиәт белгестәре үҙ өлөшөн индерҙе. “Нур” мәсете, шәхси “Урал” магазины биләмәһендә лә эш гөрләп торҙо.
Эш тамамланыуға рсайҙарҙы ҙур ҡаҙанда бешкән тәмле бутҡа көтә ине. Зәлифә Ғәлимова менән Гүзәлиә Сөләймәнова әҙерләгән ҡарабойҙай бутҡаһынан һәр кем ауыҙ итте.
Рсай ауыл советы хакимиәте башлығы Рим Садыҡов әйтеүенсә, бындай өмәләр киләсәктә лә дауам итәсәк, көндәр йылыныу менән ағастар ултыртыу башланасаҡ.
– Өмә – беҙҙең халҡыбыҙҙа элек-электән килгән күркәм йола. Рсай халҡы йыл да был матур традицияға әүҙем ҡушыла. Һәммәбеҙ ҙә ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итергә әҙербеҙ, сөнки таҙалыҡ үҙебеҙ өсөн кәрәк, – ти ауылдың имам-хатибы Әлзәм Камалов.
Йәшәгән төйәгебеҙ йәмле булһын өсөн, уны яратырға кәрәк. Йыйыштырған ер түгел, көн дә сүпләмәйсә йәшәгән ер таҙа, ти рсайҙар.