Йәмғиәт
8 Апреля 2019, 10:48

Нефтекамалар таҙалыҡ яҡлы

6 апрелдә үткән беренсе республика өмәһенә Нефтекама халҡы ла әүҙем ҡушылды.

6 апрелдә үткән беренсе республика өмәһенә Нефтекама халҡы ла әүҙем ҡушылды. Бында “Таҙа ҡала һинән башлана” тип аталған айлыҡ иғлан ителгән. Таҙалыҡ урынлаштырыуға йүнәлтелгән тәүге сарала дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, 120 берәмек техника йәлеп ителгән. Өмәлә ҡаланың предприятиелары һәм ойошмалары, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, депутаттар менән бер рәттән студенттар һәм мәктәп уҡыусылары ла әүҙем эшләп, таҙалыҡ булдырыуға үҙ өлөшөн индергән.
Читайте нас