Бынан 73 йыл элек 5 апрелдә РСФСР-ҙың Юғары Советы Президиумы Указы менән Туймазы районының Октябрьский ҡасабаһы республика әһәмиәтендәге ҡала тип таныла. Ошо хөрмәттән йыл һайын ҡалаға нигеҙ һалыусылар стеллаһы янында тантаналы сара уҙғарыу изге йолаға әйләнгән. Быйыл да яратҡан ҡалаларына яңы үрҙәр, үҫеш һәм сәскә атыуын теләп, Октябрьскийҙың маҡтаулы граждандары, “Юнармия”, “Гвардия”, “Еңеү ирекмәндәре” кеүек йәштәр йәмәғәт ойошмалары, ҡала хакимиәте, предприятие һәм ойошма етәкселәре, эшселәре, ҡала халҡы йыйылды.
– Октябрьский әле бик йәш, әммә пландары ҙур. Йылдан-йыл ул матурыраҡ, уңайлыраҡ була бара, яңы йорттар ҡалҡып сыға, балалар баҡсалары, һаулыҡ һаҡлау, спорт объекттары төҙөлә, урамдар, ихаталар, йорт алдары, йәмәғәт урындары төҙөкләндерелә, юлдар ремонтлана. Шул уҡ ваҡытта уға нигеҙ һалыусылар ҡалдырған йолалар ҙа – үҙенсәлекле уңайлы мөхит һәм ҡунаҡсылылыҡ һаҡсыл һаҡлана, – тине ҡала хакимиәте башлығы А.Н. Шмелев.