Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2019, 22:33

Темәстә – "Берҙәм тәҙрә"

Ошоға тиклем темәстәр тейешле документтар алыу өсөн Баймаҡтағы Күп функциялы үҙәккә йөрөргә мәжбүр ине. Хәҙер улар бындай ҡағыҙ эштәрен урында ғына хәл итеү мөмкинлегенә эйә.

Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.

Бөгөн Темәстә Күп функциялы үҙәктең урындағы бүлексәһе үҙ ишектәрен асты.
Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова әйтеүенсә, офис хакимиәт бинаһының беренсе ҡатында урынлашҡан. Интернет үткәреү, янғын хәүефһеҙлегенә бәйле эштәр, ремонт – барыһы ла урындағы етәкселектең хәстәрлеге менән атҡарылған.
– Күп функциялы үҙәк офисы асылыуы – ауыл халҡы өсөн сикһеҙ ҡыуаныслы ваҡиға. Беҙҙән тыш, Билал, Түбә, Ҡолсора ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр ҙә бында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙән файҙалана ала. Әле бер кешегә эш урыны булдырылды, – ти Айгөл Ғүмәр ҡыҙы.
Яңы офиста 290-дан ашыу муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте күрһәтелә. Алдан яҙылыу талап ителмәй.
Читайте нас: