Уҙған аҙнала Башҡортостанда 252 янғын сыҡҡан, уларҙа өс кеше үлгән, алтауһы йәрәхәтләнгән һәм 67 кеше ҡотолоп ҡалған. Һәләк булғандарҙың икәүһе Стәрлетамаҡтан, берәүһе – Өфөнөкө.
Был турала бөгөн Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмә барышында билдәле булды.
Күренеүенсә, ял көндәрендә янғын осраҡтары ҡырҡа артҡан. “Был ҡоро үлән янып китеүе һәм сүп-сар өтөү менән бәйле”, – тип хәбәр итте Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында көнкүреш газ шартлап, өй емерелгән. 50 йәшлек йорт хужаһы йәрәхәттәр алған, әле ул дауаханала.