Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2019, 12:54

Ғаилә-һөтсөлөк фермаһы төҙөргә хыяллана

Ер тырыштарҙы үҙ итә.

Ер тырыштарҙы үҙ итә.
Ҡалтасы районы Яңы Килбаҡты ауылына килеп ингәс тә, йорттарҙың төҙөклөгө, урамдарҙың киң һәм таҙа булыуы күҙгә ташлана. Ауыл халҡы ла матур йәшәй, күрәһең, йорт алдарында трактор йә булмаһа йөк машинаһы, күпләп еңел автомобиль күренә. Тимәк, был яҡтарҙа тырыш, эш һөйөүсән халыҡ көн итә. Ауылға ингән ерҙә генә төҙөк һөтсөлөк фермалары, оҫтаханалар урынлашҡан, ялан кәртәләрҙә һыйыр малының мөңрәүе ишетелә. Фермер Василий Зәйникәевте тап ошо һөтсөлөк фермаһында осраттыҡ.
— Ауылда туғыҙынсы класты тамамлап, артабан уҡыуымды Красный Холмда дауам иттем. Ҡулға өлгөргәнлек аттес­таты алғас, Нефтекаманың 59-сы лицейына уҡырға индем, — ти йәш фермер. — Аҙаҡ электрик-монтажсы һөнәрен үҙләштереп, туған “Урал” колхозына эшкә ҡайттым.
Тәүҙә егет водитель була, башҡа төр­лө эштә йөрөй, әммә күңеленә оҡшаған һө­нәр­ҙе таба алмай. Шулай бер аҙҙан иптәштәренә эйәреп, Василий оҙон аҡса юллап, Себер тарафтарына йүнәлә. “Ышанаһығыҙмы-юҡмы, Себер ҙә мине үҙенә ылыҡтыра алманы, биш ай эшләгәндән һуң ауылыма кире ҡайтып төштөм”, — тип көлөмһөрәне егет.
Василийҙың әсәһе Галина Васильевна ул осорҙа хаҡлы ялға сығып, ауылда фер­мер хужалығы ойоштороп ебәргән була, улының ҡайтыуына ул ифрат шатлана. Галина Васильевна, Василий менән кәңәшләшеп, хужалыҡ йөгөн уға тапшы­рырға ҡарар итә. Буласаҡ фермер ике­ләнмәй, ең һыҙғанып 2014 йылда хужа­лыҡты үҙ ҡулына ала. Ауылда тыуып үҫкән егеткә ер эшкәртеү, мал тәрбиәләү ауырға төшмәй.
Тәүҙә ул булған аҡсаһына трактор һатып ала. Әлбиттә, ата-әсәһе тәүге ва­ҡытта ныҡлы терәк, кәңәшсе була, дуҫ­тары ла уның башланғысын хуплап, һәр яҡлап ярҙам итә. Фермер, ата-әсәһе, туғандары, ауылдаштары алдында һынатмаҫ өсөн, бар көсөн һала, артҡа юл юҡ икәнен яҡшы аңлай. Район етәкселеге лә йәш егеткә ярҙам ҡулы һуҙа, эшмәкәрлеген артабан үҫтереү өсөн тип грант алырға ярҙам итә.
Дәүләттән бүленгән аҡсаға һатып алынған трактор, комбайн, бесән сапҡыс кеүек ауыл хужалығы техникаһы фермерҙың паркын тулыландыра, уға 500 гектарҙа ер эшкәртергә мөмкинлек тыуа. Элекке колхоздан ҡалған һөтсөлөк фермаһы биналарын һатып алыуға, ерҙе ҡуртымға алыуға өлгәшә, ауылдаш­тарының пай ерҙәрен дә файҙалана.
Бер туған ҡустыһы Валерий, ауылдаш­тары менән емерек хәлдәге фермаларҙы ремонтлап, тирә-яғын кәртәләйҙәр. Аҙаҡ Нуриман районынан тәүге 22 баш “бестужев” тоҡомло йәш тана һатып алалар. Бөгөн ул 120 баш һыйыр малы аҫрай, 50 һыйырҙан һауылған 300 килограмм һөттө район үҙәге баҙарына сығарып һата. Ит һатып та хужалыҡ ҡаҙнаһын тулыландыра. Тауар һатыуҙан килгән табышты хеҙмәткәрҙәргә хеҙмәт хаҡы түләүгә, ауыл хужалығы ҡорамалдары һатып алыуға, хужалығын артабан үҫтереүгә тотона фермер.
Әйткәндәй, бөгөн Василий банктан кредит алмайынса тик үҙе эшләп тапҡан аҡсаһына ғына эшмәкәрлеген алып бара. Биш ауылдашы бында хеҙмәт урыны тапҡан, әле лә эш һорап мөрәжәғәт итеүселәр бар икән. Пайсыларға игенен, бесән-һаламын биреп тора, ауылдаштарын да онотмай. Уның таҡта ярҙырыу цехы ла уңышлы эшләй, ауылдаштарын төрлө ағас материалдары менән тәьмин итә. Ауылдаш фермер дуҫы менән яҡшы мөнәсәбәттә, бер-береһенә яҙғы-көҙгө баҫыу эштәрендә ярҙам итешеп, матур итеп йәшәйҙәр.
— Фермерҙар күберәк булған һайын, халыҡҡа эш тә буласаҡ, тимәк, ауыл да һүнмәйәсәк. Улар миңә конкурент түгел, әйҙә эшләһендәр генә, Рәсәйҙә ер майҙаны күп ул, ә ер тырыштарҙы ғына ярата, — ти фермер.
Киләсәктә фермер хужалығын ғаилә-һөтсөлөк фермаһы булараҡ күрергә күҙ­аллай, бының өсөн уңайлы шарттар етер­лек. Һөтсөлөк фермаһы заман талап­тарына яуап бирә, ә иң мөһиме — тырыш, уңған хеҙмәткәрҙәре, Василий кеүек эшкә дәрте ташып торған хужаһы бар.
Читайте нас: