Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2019, 16:09

Күләгә урынына – изге эш

Бер түгел, алты баланы тәрбиәләгән әсә һөйөүенең сиге юҡ

Бер түгел, алты баланы тәрбиәләгән әсә һөйөүенең сиге юҡ.


“Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, бере янмаһа, бере яныр” тигән әйтемдең, йәғни халыҡ аҡылының тәрәнлеген һуңлабыраҡ, тормош тәжрибәһе мул тупланып, донъяның әсе-сөсөһөн байтаҡ татығандан һуң ғына төбөнә төшөп, күңелең менән аңлай башлайһың. Аҫыл заттың тәбиғәте, матурлығы, сафлығы, кешелеккә йәшәү биргән күркәм сифаты хаҡында күпме генә данлап әҫәрҙәр ижад ителһә лә, әсәнең бар булмышын, өйөндәге усағын һүрелтмәү өсөн һалған ҡырҡ яҡлы хеҙмәтен, ҡайһы саҡта өнһөҙ ҡаһарманлығын күреп тә, баһалап та бөтмәйбеҙ кеүек.



Батырлыҡҡа илткән юл


…Көтөп алған тәүге ҡыҙҙары донъяға килгәндән һуң Хәмитовтар ғаиләһен ауыр тормош һынауы һағалай: күтәрергә көс-ҡеүәтегеҙ етерме, парлашып-наҙланып ҡына йәшәр донъяла, йөрәктәрегеҙҙе ҡан һауҙырып, йортоғоҙға бәреп ингән бәлә-ҡазаға ҡаршы торорға ҡыйыулығығыҙ етерме, тип һынамаҡсы булғандыр яҙмыш тигәнең. Ауыр сир менән тыуған сабыйҙарын дауалап аяҡҡа баҫтырыуҙарына өмөтләнеп һәр көндө үткәргән ваҡыт оҙаҡҡа һуҙыла. Шулай ҙа тырышлыҡ бушҡа булмай, ете йыл түшәктә ятҡан ҡыҙ бала яйлап аяҡҡа баҫа. Инде оло ҡыҙҙары Элизаға егерме йәш. Уның һөнәр алып, үҙаллы тормош башлауы ысынбарлыҡ менән ярашмаһа ла, әсә кеше артыҡ көймәй. Ҡаты ауырыуға юлыҡҡан балаһының үҙ-үҙен тәрбиәләргә өйрәнеүе, интернет селтәрен үҙләштереүе – ғаилә ағзаларының уртаҡ оло еңеүе, тип иҫәпләй.


15 йәшлек улдары Данил – ата-әсәһенең ҡыуанысы ғына түгел, ә күҙ терәп торған таянысы, ғаиләнең бөтә яҡты өмөтө, ышанысы ошо табип булырға хыялланған, отличник, спортсы үҫмергә йүнәлтелгән.


Йорт хужабикәһе Гөлназ Рәзил ҡыҙы менән Илшат Әнис улының бер төптән, аңлашып донъя көтөүе уларҙың бер ауылда, бер класта уҡып, бала саҡтарынан дуҫ, бер-береһенең холоҡ-фиғелен яҡшы белеп үҫеүенән дә киләлер.


Өфө районының Михайловка ауылында ике ҡатлы ҙур йорт һалып ингән Хәмитовтар. Йомарт ҡулға мал керер, тигәндәй, донъяларын сынъяһау иткәндәр, был йортта егәрле, уңған, тиктормаҫ хужалар йәшәгәне әллә ҡайҙан ҡысҡырып, сәләмләп тора. Өй эсе лә йәмле, заманса йыһаздар, көнкүреш техникаһы, үҙенә саҡырып торған иркен ашхана, кешенән дә бейегерәк гөлдәр үҫкән “ҡышҡы баҡса”…


Ошондай ҙа һоҡланғыс донъя, күҙ ҡарашыңдан һүҙһеҙ ҙә аңлап торған ышаныслы тормош юлдашың, ҡәҙерле, яратҡан ике бөртөк балаң өҫтөнә көслө ир-ат ҡулынан да килмәҫлек ауыр йөк алырға йөрьәт иткән Гөлназдың аҙымын нисек баһаларға ла белмәҫһең. Батырлыҡмы был, әллә үҙеңдең йөрәгеңде өйкәгән һорауҙарҙан, мәшәҡәттәрҙән ҡасырға, онотолорға теләүме? Бер яҡтан, Гөлназдың бик һирәктәр ҡулынан килгән ҡыйыулығы һоҡландыра, икенсе яҡтан, бөтә йәшлеген, сәләмәтлеген, көсөн физик яҡтан ғына түгел, ә аҡыл йәһәтенән дә артта ҡалған сабыйҙарға үҙен аямай өләшеүен күреп, ҡыҙғаныу тойғоһоноң “баш күтәреүен” дә һиҙәһең. Хәйер, әсәнең был аҙымын баһалауҙы уҡыусылар ҡарамағына ҡалдырайыҡ.


“Йәлләү” һәм “яратыу” араһында айырма ҙур


– Мин үҙем рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһымын. Михайловкала йорт һалып ингәс, ошонда социаль приют булыуын ишетеп, эшкә барырға уйланым. Ошо үҙенсәлекле йорттоң директоры Ирина Хохлова менән осрашыу яҙмышыма оло йоғонто яһаны тип әйтеү генә аҙ булыр. Коллективта үҙенең холҡо, булмышы, профессионаллеге менән абруй ҡаҙанған педагог етәкселегендә эшләү ҡайһы бер күренештәргә ҡарашымды үҙгәртте. Йәшәү мәғәнәһе, үҙеңдең артыңдан күләгә урынына изге эш, дөрөҫ ғәмәлдәр ҡалдырыу, кешеләр өсөн йәшәү төшөнсәләре бөтөнләй башҡа яңғыраш алды.


Етем, ҡарауһыҙ ҡалған балалар менән эшләү өсөн падагог белеме генә етмәй, ә үҙеңдең бөтә күңелең менән бирелеп, уларҙы һөйөү менән солғап ала алаһың икән, тимәк, һин – еңеүсе. Сабый күңеле бик һиҙгер, татлы һүҙ, матур уйынсыҡ менән генә ышандырыуы ҡыйын уны. Етемдең күңелен иретеү өсөн баланы ысын күңелдән яратырға кәрәк, ә һин быны үҙеңде ирекһеҙләп кенә, алдаштырып булдыра алмайһың, – тип башланы һүҙен Гөлназ Рәзил ҡыҙы. – Приютта эшләгәндә һәр бала һиңә килеп һыйынырға, иркәләнергә ярата, бөтәһенә лә әсә йылыһын, наҙын татытыу мөмкин дә түгел. Шулай уҡ йәлләү тойғоһонан ҡотолоу кәрәклеген дә тиҙ аңланым. “Йәлләү” менән “яратыу” араһындағы айырма бик ҙур ул.


Бер ваҡыт беҙгә Рәсәйҙең бер республикаһынан бер туған өс ҡыҙ килеп юлыҡты. Өс, алты, ете йәшлек моңһоу йөҙлө, һаламдай һары сәсле ҡыҙҙар. Тәү күреүҙән үк өсөһө лә күңелгә ятты. Йүнләп һөйләшә лә белмәйҙәр, яҡшы тормоштоң нимә икәнен дә күҙ алдына килтермәйҙәр. Әсәләре 27 йәшендә эскелектән вафат булған. Ҡыҙсыҡтарҙың сәләмәтлегенә алкоголдең төҙәтә лә, һауыҡтыра ла алмай торған тәьҫирен мин ошо миҫалда яҡшы күрҙем.


Ирем Илшат минең приют тормошо менән йәшәүемә күптән күнеккән. Ҡайтам да ошо ҡыҙҙарҙың ҡыҙыҡтары, бәләкәй генә еңеүҙәре хаҡында һөйләйем. Бер саҡ тоттом да: “Илшат, ошо һарыҡайҙарҙы үҙебеҙгә алайыҡ та ҡуяйыҡ, бәлки, күңелемде баҫырмын, үҙаллы шөғөлләнһәк, моғайын да, тиҙерәк үҫешерҙәр, тиҫтерҙәрен йәһәтерәк ҡыуып етерҙәр”, – тинем. “Һинең холҡоңдо беләм инде, әйтһәң – эшләмәйенсә ҡуймайһың. Ярар, һинеңсә булһын”, – тип ризалашты ул.


Бына шул көндән биш йыл ғүмер үтте. Әйтерһең дә, кисә генә ҡыйыуһыҙ баҫып, иләҫ-миләҫ ҡаранып, ҡулдарын ысҡындырмай етәкләшеп йортҡа аяҡ баҫҡайны улар. Хәҙер өсөһө лә мәктәптә уҡый, үҙ-үҙҙәрен тотоштарындағы, тәртиптәрендәге ыңғай үҙгәрештәрҙе күреп һөйөнәбеҙ, хатта өлгәшкән уңыштарыбыҙға ҡайһы саҡта үҙебеҙ ҙә ышанып етмәйбеҙ.


“Донъяның аҫты-өҫкә килде…”


– Гөлназ Рәзил ҡыҙы, бына бишенсе йыл һеҙҙең тормош ҙур иғтибар талап иткән ошо кескәйҙәр донъяһы тирәләй әйләнә. Үкенгән мәлдәрегеҙ булдымы?


– Йәшерен-батырын түгел, башты ташҡа бәрерҙәй булып, өҙгөләнгән мәлдәр аҙ булманы. Иң сабыр, иң түҙемле кешене лә сығырынан-сығарырҙай ҡылыҡтары менән йөҙәттеләр, үҙ өҫтөңдә туҡтауһыҙ ныҡышмалы эшләргә мәжбүр иттеләр, ауыр, көсөргәнешле ваҡыттарҙы теште ҡыҫып, тойғоларға бирелмәй үткәрергә өйрәттеләр.


Ҡыҙҙарҙың йортҡа аяҡ баҫҡан тәүге көнө бөгөнгөләй хәтерҙә. Үҙ бүлмәләренә оҙатыу менән бер аҙҙан икенсе ҡатҡа менһәм, һуш китерлек күренешкә тап булып, аптырашта ҡалдым: яңы ғына эленгән жалюзиҙы ҡайсы менән телгеләгәндәр, һәлберәшеп, бүлмәнең ҡотон ебәреп тора, стеналарҙағы обойҙы Ангелина маркер менән һыҙғылап бөтөргән. Ковролинды танырлыҡ түгел, төрлө буяу, маркер эҙҙәре менән сыбарланған.


– Ниндәй һүҙҙәр таптығыҙ? Ғөмүмән, бындай осраҡта “ярамай” тигән тыйыуҙың бер көсө лә юҡтыр.

– Был күренеш педагогикала “мине нисек бар, шулай яратығыҙ” тигәнде аңлата. Ҡыйырһытылып, туҡмалып үҫкән балаларҙың реакцияһы был, улар ошо сәйер ҡылыҡтары менән өлкәндәрҙе һынап ҡарамаҡсы. “Һин беҙҙе яратам тиһең, ғаиләңә алып тәрбиәләмәксеһең дә, шулай шәп булғас, беҙҙе ошо көйөнсә лә ярат, холоҡ-фиғелебеҙҙе лә ҡабул ит” тип аңлатмаҡсылар беҙгә.


– Бындай “мин-минлекте” нисек баҫтығыҙ?

– Был осраҡта фәлсәфәүи ҡараштың ғына ярҙам итеүе ихтимал. Нотоҡ уҡыу файҙаһыҙ, улар бит аңлы рәүештә ошо аҙымға бара. Бер-береңә өйрәнеү, адаптация осоро һәр ғаиләлә төрлө көтөлмәгән ҡытыршылыҡтар, ваҡиғалар менән үтеүсән.


Беҙ ҙә сүптән сүмәлә яһаманыҡ, телгеләнеп бөткән жалюзиҙы алып, яңыһына алмаштырҙыҡ, ковролинды сығарып ташланыҡ, стеналарҙы тәртипкә килтерҙек һәм тағы ла ниндәй “сюрприз”дар менән “һөйөндөрөрҙәр” тип сабыр ғына көттөк. Ә улар оҙаҡ көттөрмәне…


Ғәйеп бит балаларҙа түгел, үҙ ата-әсәһенең аҡылһыҙлығы, насар ғәҙәттәре ҡорбаны улар. Ә беҙ шул хаталарҙы нисек тә төҙәтеү, кәметеү, һаулыҡтарын нығытыу өсөн тырышабыҙ. Аҡыл йәһәтенән арттараҡ ҡалған балалар көндәлек даими контролләүҙе, бергәләп дәрес әҙерләүҙе, аралашыуҙы, уйындар ойоштороуҙы талап итә. Һинең бер минутҡа ситкә китергә әмәлең юҡ.


Һеҙгә был хәлде аңлатыу өсөн бер миҫал. Ҡыҙҙарҙың өлкәне мәктәпкә барыр алдынан, аяҡ кейемдәрен кейеп, сумкаһын тотоп өйҙән сығырға ыңғайлай, әммә ишекте шар-асыҡ ҡалдыра. Икенсеһе лә ҡышҡыһын ишекте ябыу кәрәк тип уйламай. Өсөнсөһөнөң дә өй ишеген ябыу уйында юҡ. Ә бит был хаҡта әллә нисә тапҡыр һөйләшкәнбеҙ, аңлашҡанбыҙ кеүек ине. Иртән йыуынғанда кранды ябырға өйрәтә алмай ыҙаланғаным да иҫтә. Һәр хәлдә бындай ваҡ-төйәк төҫлө тойолған мәсьәләләрҙең береһен хәл иттек тигәндә, икенселәре табыла торҙо.


Шәфҡәтлелек барыһынан да көслөрәк


– Күреп торабыҙ, йортоғоҙҙа балаларҙың уҡыуы, буш ваҡыттарын файҙалы үткәреүе өсөн бөтә мөмкинлек тыуҙырылған: спорт залы, бәүелсәк, төрлө ҡорамалдар, һәр береһендә кеҫә телефоны, компьютер, телевизор… Киләсәктә балаларығыҙ үҙҙәрен яҡлай алһын, тиңдәр араһында тиң булып үҫһен өсөн тағы ла нимә эшләп була, тип иҫәпләйһегеҙ?


– Сер түгел, тәбиғәткә ҡаршы барырлыҡ, уны тотош үҙгәртерлек көс-ҡеүәт юҡ беҙҙә. Әммә тырышлығыбыҙҙың ерҙә ятып ҡалмауына, киләсәктә емеш бирәсәгенә иманым камил. Ҡыҙыбыҙ Карина IX класты тамамлағас, кондитер һөнәренә эйә булмаҡсы. Әле Виолетта менән тхэквондо түңәрәгенә йөрөйҙәр, йәйгеһен шифаханала ял итәсәктәр.


Ҡыҙҙарыбыҙ иптәштәре менән аралашырға өйрәнһен өсөн тыуған көндәрен бергәләп ойошторабыҙ. Бик күңелле, уйын-көлкө менән үтә ғаилә байрамдары. Балаларҙың ҡырыҫлыҡтары кәмей төштө, йылдан-йыл асыла баралар.


Ошо илгәҙәк ҡыҙҙарыбыҙ булмаһа, уларға ирмәк өсөн кәзә, ҡош-ҡорт алырға уйлап та ҡарамаған булыр инек. Хәҙер рәхәтләнеп кәзә һөтө эсәбеҙ. Ҡыҙҙар аҙбар тирәһендә булышырға, ҡош-ҡортто ҡарашырға әүәҫләнде.


– Мөнәсәбәттәр яйланды, инде тынысланырға була тигәндә, ғаиләгеҙҙе тағы ишәйтергә баҙнат иткәнһегеҙ. Улығыҙға хәҙер нисә йәш?

– Балалар йортонан ике йәшлек Әнзәлде ғаиләбеҙгә алғанға өс йыл тулды. Үтә әүҙем, тиктормаҫ, иркә малай. Иммунитеты ныҡ ҡаҡшағанға күрә, тиҙ һалҡынға бирешеүсән, бөтә сир йәбешеп кенә бара. Үпкә, тын алыу юлдары тиҙ бирешә, уға айырым тәрбиә кәрәк.


Ғөмүмән, балаларыбыҙҙың алтыһы ла һөйөү, йылылыҡ солғанышында тормошобоҙҙо йәмгә күмеп йәшәй. Өлкәндәрҙең оло хаталарын күтәргән сабыйҙарҙың күңеле ҡатмаһын өсөн уларҙы шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ менән еңергә тырышыуыбыҙ бушҡа түгелдер. Яҙмыш юлдан яҙҙырмаҫ, тигәндәй, беҙҙең өсөн яҙғаны ошо булғандыр.


Өфө районы,

Михайловка ауылы
Таңһылыу Һөйөндөкова,

Республика етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәге начальнигы:


— Балаларҙы тәрбиәгә алыу өсөн ғаиләнең психологик яҡтан әҙер булыуы шарт. Буласаҡ ата-әсәләрҙе ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе яйларға өйрәтеү өсөн махсус программалар буйынса уҡытыу мөһим. Яңы мөхиткә килеп ингән сабый ғаиләләге тәртипте, традицияларҙы ҡабул итһен өсөн ваҡыт та, сабырлыҡ та, өлкәндәрҙең үҙ ролен аңлап эш итеүе лә кәрәк.
Ауыр яҙмышлы сабыйҙарҙы тәрбиәгә алыу, һис һүҙһеҙ, анһат эш түгел. Мөхиткә ҡулайлашыу осоронда улар сит йорттағы тәртипте һәр саҡ элекке ғаиләһендәге ҡағиҙәләр, ата-әсәһенең мөнәсәбәте менән сағыштырасаҡ. Бер-береһен яҡшыраҡ белгән, аралашҡан һайын аралар яҡынаясаҡ, яҡтарҙы бәйләгән ышаныслы күпер һалынасаҡ. Сабыйҙар биографияһында яҙыласаҡ өр-яңы биттең яҡты, уңышлы, өмөтлө булыуына бары һәр яҡтан әҙерлекле ата-әсә генә өлөш индерә ала. Шул саҡта баланы тәүҙә тәрбиәгә алып, аҙаҡ холҡона, тәртибенә һылтанып, кире приютҡа, балалар йортона тапшырғандар һаны ла кәмер ине.
Тәрбиәгә бала алған ата-әсәләрҙең психологик-педагогик һәләтен күтәреү — тап ошо күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеүҙә мөһим сараларҙың береһе. Семинарҙар, тренингтар һәм төрлө темаларға арналған осрашыуҙарҙы йыш үткәреп торабыҙ, ата-әсәләр ҙә уларҙа ҙур теләк менән ҡатнаша, ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауҙарына яуап эҙләй һәм таба. Өҫтәүенә түләүһеҙ юридик ярҙам да ойошторабыҙ.
— Бер кем дә атай-әсәй булып донъяға тыумай. Беҙ был талантҡа ғүмер буйы өйрәнергә тейешбеҙ, тик үҙебеҙҙең тәрбиәгә алған сабыйҙар тәжрибәһенән тыш, ярҙам ҡулы һуҙған бөтә сығанаҡтарҙы ла файҙаланып, белемебеҙҙе байытырға тейешбеҙ, — тигәйне өс етем баланы тәрбиәгә алған атайҙарҙың береһе. Ғаиләгә эмоциональ ҡаҡшауҙың хас хәл булыуын йыш күҙәтергә тура килгәнгә күрә, ошо темаға арналған осрашыу Нуриман районында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, ҡайһы берҙәренә психологик-педагогик ярҙамдан тыш, юридик кәңәштәр ҙә бирелде.

Бөгөн Үҙәк һәм уның филиалдарына республиканың 28 районы беркетелгән. Былтыр 1343 ғаилә менән яҡындан тороп таныштыҡ, әңгәмәләштек, кәңәшләштек, пландар ҡорҙоҡ. Ә көтөлмәгән ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалған, икеләнгән 170 ғаилә башлыҡтарын балаларҙы приютҡа кире ҡайтарыуҙан йолоп алып ҡалдыҡ. Улар әле лә беҙҙең күҙәтеүҙә, тәрбиә эше өсөн каникул юҡ.





Читайте нас: