Былтыр республикала торлаҡты сафҡа индереү ете процентҡа кәмеп, 2,3 миллион квадрат метр тәшкил иткән. Парламент ултырышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ошондай мәғлүмәтте телгә алды.
– 2024 йылға торлаҡ төҙөү күләмен 1,6 тапҡырға арттырыу бурысы тора, – тине ул.
Шул уҡ ваҡытта 13 төҙөлөш компанияһы бөлгөнлөккә төшөү арҡаһында күп фатирлы 90 йорт проблемалы тип танылды, ете меңдән ашыу граждан зыян күрҙе.
– Мәсьәләне хәл итеү өсөн “Төҙөлөш сәғәте” тәртибендә кәңәшмәләр үткәрелә. Уларҙа өлөшсөләрҙең инициативалы төркөмдәре лә ҡатнаша. Былтыр проблемалы 19 йорт төҙөлөшө тамамланды. 900-ҙән ашыу кеше өй туйланы. Быйыл тағы ла 51 проблемалы йортто файҙаланыуға тапшырып, өс меңдән ашыу кешегә ярҙам итергә ниәтләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров.