Сибай ҡалаһының Никах теркәү бүлегендә 200-сө бала тыуыуы тураһында акт төҙөлдө. Руслан Сафиуллин менән Элеонора Хангилдинаның көтөп алған сабыйҙары 28 мартта донъяға килгән. Ата-әсә улдарына Алан тигән исем ҡушҡан. “Баһадир” малайҙың ауырлығы 3400 грамм, буйы 53 сантиметр.
Бәхетле ғаиләне Никах теркәү бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева ҡотланы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтың махсус бүләген тапшырҙы.
Бәләкәстең һау-сәләмәт булып үҫеүен теләйбеҙ!