Башҡортостандың элекке эске эштәр министры, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Именлек советы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, милиция генерал-майоры Рауил Фәйрүзовҡа ошо көндәрҙә 70 йәш тулған булыр ине. Эшенә бирелгән ныҡлы ихтыярлы, көслө рухлы кешеләр ҡыҫҡа ғына осорҙа бер нисә ғүмергә торошло итеп йәшәй ала. Рауил Закирйән улы ла нәҡ ошондай шәхес булды. Ул фиҙакәр хеҙмәте менән халыҡта ҙур абруй һәм хөрмәт ҡаҙанды.
Рауил Фәйрүзов Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында тыуған, ошонда уҡ урта мәктәпте тамамлаған. Совет армияһы сафында хеҙмәт иткән, аҙаҡ Өфөлә заводта слесарь, оператор булып та эшләгән.
1973 йылдан хеҙмәт коллективы юлламаһы буйынса ул эске эштәр органдарында хеҙмәт итә. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын, һуңынан Мәскәүҙә СССР Эске эштәр министрлығы академияһын тамамлай.
25 йылға яҡын ғүмерен милиция эшенә бағышлай ул. Хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһында Калинин районы эске эштәр бүлегенең енәйәттәрҙе тикшереү бүлексәһе инспекторы вазифаһынан башлай. Офицер дәрәжәһенә үткән аттестацияла уҡ етәкселек уның әүҙем булыуын, тырыш хеҙмәтен билдәләй. Аҙаҡ Калинин районы эске эштәр бүлеге етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1985 йылда Октябрь районының эске эштәр бүлеге етәксеһе булып китә. Бында ла тырышып эшләй. Ике-өс йыл эсендә эске эштәр бүлеген ҡалала һәм республикала алдынғылар сафына сығара.
Артабан, илдә енәйәтселек ҡотороп сәскә атҡан ваҡытта, Рауил Закирйән улы Башҡортостан Эске эштәр министрлығының ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш идаралығы начальнигы итеп үрләтелә. Сәләмәтлеген һәм үҙен аямай, тәүлектәр буйы алһыҙ-ялһыҙ эшләй.
1990 йылда генерал-майор Рауил Фәйрүзов — Башҡортостандың эске эштәр министры урынбаҫары, бер йылдан һуң министрҙың беренсе урынбаҫары итеп үрләтелә. Йәнә биш йылдан республиканың эске эштәр министры итеп тәғәйенләнә һәм ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем ошо вазифала эшләй.
Ул хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән айырылып торҙо. Юғары профессионализмы һәм хоҡуҡ тәртибен, законлылыҡты һаҡлауҙа шәхси фиҙакәрлеге менән хеҙмәттәштәре һәм иптәштәре араһында ғәйәт ҙур ихтирам, абруй яуланы. Иң ҡатмарлы һәм хәүефле операцияларға үҙе етәкселек итте.
Күптәр Башҡортостан Юғары Советы рәйесе урынбаҫары, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Р. Мусин үлтерелгән көсөргәнешле көндәрҙе хәтерләйҙер. Рауил Фәйрүзовтың туранан-тура етәкселегендә енәйәтселәр фашланды һәм хөкөм алдына баҫты.
Рауил Закирйән улының оператив ҡарар ҡабул итеү һәләте, иҫ киткес ойоштороу сифаты Нефтекама яғынан килгән автобуста ҡораллы террорсы тарафынан ҡулға алынған аманаттарҙы азат иткәндә лә, ул автобусты баҫып алған енәйәтсене ҡоралһыҙландырғанда ла асыҡ күренде.
Уның тормошо һәм хеҙмәт юлы — эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре өсөн үҙ бурысыңа яуаплылыҡ менән ҡарау, эшеңә бирелгәнлектең һәм намыҫлылыҡтың үрнәге. Уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы” тигән маҡтаулы исем бирелде, күп тапҡыр почет грамоталары, эске эштәр органдарының батырлыҡ билдәләре, орден һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Ләкин көсөргәнешле эш уның сәләмәтлеген ҡаҡшатты — ни бары 47 йәшендә генә беҙҙең аранан китеп барҙы.
Иҫ киткес һоҡланғыс шәхес, республикабыҙ халҡының тыныслығын һәм ғүмерен ҡыйыу яҡлаған Рауил Фәйрүзов тураһындағы яҡты иҫтәлек күңелдәрҙә әле лә йәшәй. Халҡыбыҙ үҙенең данлы улдарын һис онотмай. Тыуған ауылы Үрге Ҡыйғыла генерал Фәйрүзов урамы барлыҡҡа килде. Бында шулай уҡ Рауил Закирйән улына һәйкәл-бюст ҡуйылды. Республикала һәм Ҡыйғы районында уның иҫтәлегенә бокс һәм еңел атлетика буйынса ярыштар үткәрелә.