15 июнгә тиклем республика муниципалитеттары юлдағы 505 973 соҡорҙо ямарға тейеш. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты ошондай бурыс ҡуйҙы.
1 марттан Башҡортостанда 27,3 мең соҡор ямалған. Эш графикка ярашлы бара. 5 апрелдән эҫе асфальт-бетон сығарыу өсөн 17 завод йәлеп ителгән. “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһының эше яҡшыртылды. Байтаҡ иҫкәрмәләр иҫәпкә алынды. Әле ошо ҡушымта ярҙамында 1719, шул иҫәптән Өфөлә 827 соҡор тураһында мәғлүмәт ебәрелгән. Йәмғеһе 792 ғариза ҡабул ителгән, шуның 369-ы үтәлгән.
Системаға ихата юлдарындағы соҡорҙарға бәйле 450 мәғлүмәт килгән. Вице-премьер — торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев хәбәр итеүенсә, ихаталарҙы тикшереү һөҙөмтәһендә 16 602 соҡор асыҡланған. Шуларҙың 4419-ы ямалған.
Михаил Кирәев шулай уҡ газонға автотранспортты ҡуйыуға ҡаршы эш алып барыу тураһында һөйләне. Был күренештең төп сәбәбе — махсус туҡталҡаларҙың булмауы. Мәсьәләне хәл итеү өсөн газондарға инеүҙе сикләгән 74,3 мең бағана, 130 мең погон метрҙан ашыу оҙонлоҡта ҡойма ҡуйыу, 23 398 машина урыны яһау күҙаллана. Был эш “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” һәм “Башҡортостан ихаталары” программаларына ярашлы башҡарыласаҡ.
Радий Хәбиров административ комиссиялар эшенең һүлпән барыуын билдәләне. Улар беренсе кварталда газонға машинаны ҡуйған өсөн ни бары 315 ҡарар сығарған. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 9 апрелдә үткән ултырышында Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы республика кодексына икенсе уҡыуҙа үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон проекты ҡаралды. Закон ҡабул ителгәс административ комиссиялар йоғонтоло эш итеү сараһына эйә буласаҡ, ә ҡағиҙәләрҙе боҙған өсөн түләтелгән аҡса өҫтәмә туҡталҡалар асыуға, газондарҙы ҡоймалауға йүнәлтеләсәк.