Өфөлә Эшҡыуарҙар аллеяһы булдырыласаҡ. Был тәҡдимде “Рәсәй терәге”нең төбәк бүлексәһе рәйесе Ләйсән Николаева еткерҙе.
“Яҙ үҫентеләр ултыртырға мөмкин. Ошо трендҡа ҡушылырға һәм Эшҡыуарҙар аллеяһы булдырырға тәҡдим итәм”, – тине ул “Берҙәм Рәсәй” төбәк сәйәси советы президиумы ҡарамағындағы сәнәғәт һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комиссияһы ултырышында.
Тәҡдим хупланды. Ошо арала аллея өсөн урын һайланасаҡ.