Асия Камалова ил күргәнде бергә кисергән.
Эйе, ғүмер юлдары бер көйө генә бармай. Тигеҙме, йырып сыҡҡыһыҙ кәртәлеме, текә үрлеме, ҡытыршымы – барыһын да кисерергә тура килә... Йәшлек сәскәләре лә балҡып, бер көйө генә ултырмай шул...
Иҙел башының йәмле Өмөтбай ауылында һәүетемсә генә йәшәп ятҡан Ғәлиулла менән Рәхимә апайҙың ғаиләһенә лә хәүеф янай. Хужа кеше ауыл советында эшләй. Күмәк балалы ғаиләлә тәрбиә алған был уҙаман йөкмәтелгән эшен намыҫ менән башҡара. Шулай ҙа уға аяҡ салыусылар осрап ҡына тора. “Халыҡ дошманы” мөһөрөн иңендә күтәрергә тура килә был ғаиләгә. Бының менән генә һынауҙар бөтмәгән икән. Ҡәһәрле һуғыш уты таңдарыбыҙ тыныслығын, бәхетле бала саҡты емерә.
Атаһының бейеккә күтәреп, ошо балам хаҡына, Хоҙайым, яуҙан имен-аман әйләндереп ҡайтара күр инде, тип үтенеүе дүрт йәшлек Асияның әле лә хәтерендә. Йәмле июнь төнөндә, күмәк арбаларға тейәлеп, ярты ауыл ир-егеттәре һуғышҡа китә. Тәүге көндәрҙән үк Ғәлиулла ағай алғы фронт һыҙығына эләгә. Бер көслө атыш мәлендә яралана, госпиталгә оҙаталар. Һауығып сыҡҡас, кире фронтҡа ашыға. Түшенә снаряд ярсығы тейеп, тағы госпиталгә эләгә. Шул ваҡыттан һуң уның ғаиләһе менән бәйләнеше өҙөлә. Бар ауырлыҡ Рәхимә апай иңенә төшә...
Тормошоноң хәтер китабы биттәрен барлаған илгәҙәк әңгәмәсемде бүлдереп ҡуймайым тип, өнһөҙ генә тыңлайым. 81 йыллыҡ ғүмеренә һис кенә лә үкенес белдермәй ул. Бала сағынан эшкә егелеп үҫә улар быуыны. Аҡҡан сайыр таҫмаһына ҡарап, ете йәшлек Асия ниҙәр кисерҙе икән? Бик уйланып торорға ваҡыты ла булмағандыр инде. Билдәләнгән һыҙыҡҡа тиклем сайыр тултырылған биҙрәләрҙе мискәгә алып барып бушата һалырға кәрәк. Ҡарағайҙар араһынан тулған буранкаларҙы барлап, көн буйы кәләп һуғаһың... Ауылдарында “химлесхоз” асылғас, ағайҙары сайыр йыйыу эшенә урынлаша. Ана шуларҙың һыҙған сайырҙарын ситкә ағыҙмай йыйып алыу Асия иңенә төшә.
Шулай бер көн, ҡыҙыу эш мәлендә, ҡыҙҙың ныҡ итеп һыу эскеһе килеп китә. Алып килгәне бөткән була. Яҡында ағып ятҡан йылға, шишмәләр юҡ. Асия ваҡыт әрәм итеп эҙләнеп йөрөмәй, соҡорҙа йыйылып ятҡан һыуҙы күреп, яулығын йәйеп һала ла, себен-ҡорттарына иғтибар итмәйенсә, һыуһынын ҡандыра. Ҡайтыр мәл еткәнсе, һаман йүгергеләп йөрөп эшләүен дауам итә. Таңға ҡарай сәсрәп ауырып киткән ҡыҙғынаһына нисек ярҙам итәйем тип, әсәһе сәбәләнә. Яҡтырыр-яҡтырмаҫ борон әсәһе урмандан ике тоҡ уҫаҡ япрағы күтәреп алып ҡайта. Ауырыу ҡыҙын бер аҙна буйы шул йәшел япраҡтарға төрөп һалып дауалай. Шулай тирләп-бышлығып ята торғас, Асияның хәле бер аҙ арыулана төшә. Армиянан ҡайтҡан ағаһы Тарыла эшләп йөрөгән була. Ул һеңлеһен Егәҙеләге дауаханаға илтә. Ярты ай буйы ошонда дауалана ҡыҙ. Асияны башҡаса сайыр эшенә ҡатнаштырмайҙар.
Ағалары урман хужалығында эшләй. Һуңғараҡ Рәшит ағаһы Белоретҡа, һөнәрселек училищеһына, уҡырға инә. Бесән осоронда Асияға эш табылып ҡына тора. Еңгәләренә бала ҡараша, хужалар ҡайтыуына иҙәндәрен ҡырып, йүкә йыуғыс менән тап-таҙа итеп йыуып ҡуя, айыртылған һөттәрен ойота, ҡош-ҡортон ашата. Үҙенә күрә эш хаҡын да түләп ҡуялар. Шәмсениса еңгәһе бикәсенә хатта бер кәзә бәрәсе, тауыҡ бүләк итә, күлдәк тегеп кейҙерә. Тәнәйҙәрҙең йәш тәрбиәсеһе был бүләктәргә ихлас ҡыуана. Эйе, хәләл тир түгеп тапҡан хеҙмәт емеше тәмен Асия бала саҡтан уҡ белеп үҫә.
Алсаҡ әңгәмәсем өләсәһе менән киндер һуҡҡан мәлдәрен дә хәтерләп алды. Оҙон булып буйға үҫкән, өлгөргән киндерҙең тәүҙә орлоғон һуғып алалар. Орлоғон ҡыҙҙырып тороп, майы сыҡҡансы килелә төйәләр. Йәш ҡорот һымаҡ йомарлап, киптереп тә алғылағандар. Ошо киндерҙе ашап, хатта һимереп китә инек, тип йылмая сибәр апай. Һуғылған киндерҙе көлтәләп, арҡаларына йөкмәп, күлгә алып барып һалғандар. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, өләсәһе оҙон багор менән киндерҙәрҙе әйләндереп-әйләндереп алған. Шунан таратып киптереп, тағы йөкмәп алып ҡайтып, тағы бер аҙ елләткәндәр ҙә талҡыға һалып талҡығандар. Ҡатыһынан айырғас, өлкән килегә һалып төйгәндәр, тараҡ аша тарағандар, иләп, тирүгә һымаҡ һуғып, кейем тегеп кейгәндәр. Көл тоноғона һалып, ҡайнатып алғас, киндер кейемдәр йомшарып киткән. Рәшит ағаһы мәскәүләп, балыҡ тотҡан. Бик ҙур ғына суртан эләккәс, ҡаҙанға һалып бешереп ашауҙарын да бик мауыҡтырғыс итеп һөйләне әңгәмәсем. Хәтере әле лә яҡшы әбекәйҙең.
Ауылында дүрт класс ҡына уҡый Асия. Теремек ҡыҙыҡайҙы ун йәшендә генә балалар баҡсаһына кер йыуыусы итеп эшкә алалар. Ҙур ҡаҙанға керҙәрҙе һабынлап һалып ҡайната ла, кер йыуыу таҡтаһында ышҡып, ағын һыуҙа сайҡаған. Ҙур үтеккә ҡуҙ һалып үтекләгән. Баҡса етәксеһе Ғәйникамал апай ҡыҙҙың эшенән гелән ҡәнәғәт ҡалған. Ул осорҙа алған 150 һум эш хаҡы ғаилә бюджетын тулыландырыуға бик тә ярап ҡалған. Тырыш ҡыҙ иҙәнен дә йыуа, бала ҡараусы ла була – һис эш айырып тормай. 1957 йылда балалар баҡсаһы ябылғас, Асия эш эҙләп Туҡанға юллана. Вагон да бушата, носилка менән эре-эре таштар ҙа ташый.
Бер көндө ул Аршала разведка асылыуын белеп ҡала. Файза исемле ауылдашы менән шунда ашығалар. Тимер юлға эшкә урынлашалар. Ҡышын рельстарҙы таҙарталар, юлға яҡын үҫкән ағастарҙы ҡырҡалар. Әхирәте ауылға ҡайтһа ла, Асия эшен ташламай. Шәмсиә исемле татар ҡыҙы менән өйҙәш йәшәй. Утын ярып, мейес яғалар. Өйҙөң икенсе яртыһында йәшәгән урыҫ ҡарты менән әбейе аҙна һайын уларҙы мунсаға әйтә. Шул осорҙағы кешеләр араһындағы татыулыҡты һағынып иҫкә ала туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуған инәй. Бер аҙ эшләгәндән һуң, Вәхит ағаһы ярҙамында паспорт юллап ала. Белоретҡа килеп, төҙөлөшкә эшкә урынлаша. Икенсе, өсөнсө ҡаттарға носилка менән иҙелмә, кирбес ташыйҙар. Түбәнге ауылдағы ятаҡта Тәнзилә, Рәмзилә исемле ҡыҙҙар менән бер бүлмәлә йәшәй. Уларҙың бүлмәһе “өлгөлө” булып таныла килә.
Ҡыҙ күңелен үҙе менән бергә эшләгән Барый Камалов атлы егет яулай. Йәштәр татыу ғаилә ҡора. Тәүҙә Оло Йылғала йәшәйҙәр. Ире ағас ҡырҡа, вагон составтарын тоташтырыусы, кондуктор ҙа булып ала. Һуңынан улар Буғанаҡҡа күсеп килә. Асия ханым БМК-ның “Белорет совхозы” Буғанаҡ бүлексәһендә 1969–1987 йылдарҙа – һауынсы, ә Барый ағай, тракторсылар әҙерләү курсын тамамлап, механизатор, иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Совхоздағы һыйыр, сусҡа аҙбарҙарындағы йылытыу торбалары, башҡа ҡулайламалар уның ҡул йылыһын һаҡлай. Камаловтар биш бала тәрбиәләп үҫтерә. Уҡытыусы, юрист, төҙөүсе һөнәрҙәрен үҙләштергән улдары һәм ҡыҙҙары тормошта лайыҡлы урынын тапҡан, ата-әсә йөҙөн ҡыҙартҡандары юҡ. “Үҙ ҡошсоҡтарыңдың бәхеттәренә ҡыуанып, дүрт ейән, биш ейәнсәреңде һөйөп йәшәүҙән дә ҡәҙерлерәк тормош бармы икән ул донъяла?” – тип көләс ҡарашын ташлай ағинәй...
Айырылышыуға ун йыл тигәндә атаһынан хат килә. Уларҙы Сахалинға алып китеүҙәре хаҡында яҙыла был хатта. Билдәләнгән ваҡыты тулып, тыуған ауылына ҡайтырға паром көтөп ятҡанда, атаһы өҫтөнән ялыу яҙыусы табыла. Был хәбәр яугиргә үлемесле тәьҫир итә. Йөрәк өйәнәге тотҡан Ғәлиулла ағай сит яҡта һуңғы һулышын ала...
Асия менән Барый Камаловтарҙың татыу ғүмер итеүенә лә 57 йыл булып киткән. Балаларына өй һалыштылар, Боғанаҡ ауылында үҙҙәренә лә бынамын тигән йорт төҙөп ултырттылар. Һәр саҡ кәртә тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫранылар. Һыйырҙы икәүҙән кәм тотманылар. Әлеге мәлдә Камила ейәнсәре һәм Искәндәр ейәнен тубыҡтарына ултыртып һөйөп, әкиәттәр һөйләп, тәнәйҙәре шатлығына ҡыуанып йәшәй олатай менән өләсәй.
Ил күргәнде бергә кисереп, утта-һыуҙа сыныҡҡан Асия Камалова яҙмышы хаҡында ҡат-ҡат уйландым. Уларҙың сабырлығына арнап алтындан һәйкәл ҡойһаң да аҙ булыр һымаҡ. Эйе, улар быуыны мәңге уңмаҫ рухи һәйкәл ҡойҙо халыҡ күңелендә...