Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙ сығышында республикабыҙ биләмәләрен яҡтыртыу планын тормошҡа ашырыу маҡсатында 640 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү, 23 мең яҡтылыҡ нөктәһе булдырыу, дүрт мең бағананы алмаштырыу һәм яңыларын ҡуйыу планлаштырылғаны хаҡында белдергәйне.
Сибай ҡалаһы хакимиәтенең сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм элемтә бүлеге етәксеһе Светлана Токмакова әйтеүенсә, программаға ярашлы, ҡаланы яҡтыртыуға республика бюджетынан кәрәкле сумманың 90 проценты бүленәсәк. Ҡалған 10 процентты муниципалитет хәстәрләй. Әле урындағы хакимиәт Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән был сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн субсидия алыуға килешеү төҙөгән.
Атап әйткәндә, әле бөтөнләй яҡтыртылмаған Төньяҡ ҡасабаһы, Арҡайымдың Дәүләт, Батыр Вәлит, Баҡыр-Үҙәк, Жуков, Рыбаков, Зәйнәб Биишева, Сөләймәнов, Өмөтбаев, Мәмбәтҡолов, Моҡас, Есенин, Көньяҡ ҡасабаһының Буранғолов, Ғәҙелша, Гәрәев, Аҡъяр, Аэропорт, Көньяҡ, Дуҫлыҡ, Парк, Сиренле, Һаҡмар, Любушкин, Ҡаҙанбаев, Ибраһимов, Ғафаров урамдарын яҡтыртыу буйынса ҙур эштәр атҡарыласаҡ.