Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2019, 14:23

Ярты миллион һум аҡса кәрәкме?

Ауыл хужалығы колледждарын тамамлаған йәштәргә дәүләт ярҙамы ярты миллион һумға тиклем арттырылды. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо туралығы документҡа ҡул ҡуйҙы.

Ауыл хужалығы колледждарын тамамлаған йәштәргә дәүләт ярҙамы ярты миллион һумға тиклем арттырылды. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо туралығы документҡа ҡул ҡуйҙы.


Элек был сумма 300 мең һум булһа, хәҙер яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләгән йәштәр 500 меңлек ярҙамға иҫәп тота ала.
Конкурста эш стажы алты айҙан да кәм булмаған һәм уҡыу йортон 2016 йылдан һуң тамамлаған йәш белгестәр эшләгән агросәнәғәт комплексы ойошмалары ҡатнаша ала.
Документтар тапшырыу июнь айында башлана.