Башҡортостан
-25 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Йәмғиәт
11 Апрель 2019, 17:45
Өҫтән ҡушҡанға түгел, үҙҙәре теләп
Башҡортостанда өмәләр гөрләй. Улар бюджет ойошмаларына өҫтән ҡушыу буйынса, шәмбе көндәре генә түгел, ә көн һайын дауам итә. Иң мөһиме – халыҡ уларға үҙҙәре теләп сыға.
Башҡортостанда өмәләр гөрләй. Улар бюджет ойошмаларына өҫтән ҡушыу буйынса, шәмбе көндәре генә түгел, ә көн һайын дауам итә. Иң мөһиме – халыҡ уларға үҙҙәре теләп сыға.
Мәҫәлән, Ишембай районының Этҡол ауылы халҡы бөгөн мәсетте һәм уның ихатаһын йыйыштырған. Ауыл китапханаһы мөдире Гөлдәр Йәрмөхәмәтова хәбәр итеүенсә, бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар ремонттан һуң мәсет эсен йыйыштырһа, башҡалар келәмдәр ҡаҡҡан, ихатала былтырҙан ҡалған япраҡ-үләндәрҙе тырматҡан. Мәсет эсе стеналарын обой йәбештереп ағартҡас, тарттырылмалы түшәм элгәс, йәмләнеп ҡалған. "Ошо эштәрҙе ойошторған, башҡарып сыҡҡан ауылдаштарға ҙур рәхмәт! Ремонт эштәре ҙур сығымдар талап итте, матди ярҙам итеүселәр булһа, рәхмәтле булыр инек."- ти Шәрәфетдин хәҙрәт.
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.