Учалыла оҙаҡ йылдар уҙғарылып килгән, күркәм йолаға әйләнгән “Таҙа кесаҙна” акцияһы йәнә старт алды.
Унда ҡаланан 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашып, урамдарҙы, парк-скверҙарҙы, үҙәк майҙанды сүп-сарҙан таҙартты.
Урындағы 80 ойошма һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре үҙ биләмәләрендә өмә ойошторҙо. Сүп-сарҙы сығарыу өсөн 25 берәмек махсус техника йәлеп ителде.
Ә 13 апрелдә тотош районда өмә уҙғарыу планлаштырыла.