Республикала йыл башынан алып 1928 янғын сыҡҡан. Утта 99 кешенең ғүмере өҙөлгән, 78-е имгәнгән. Былтырғы күрһәткес менән сағыштырғанда, янғындар 3,36 процентҡа кәмегән, уның ҡарауы һәләк булғандар 16,5 процентҡа (85 кешегә) һәм имгәнгәндәр 1,3 процентҡа (77 кешегә) артҡан.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә ҡороған үләнгә ут ҡабыу осраҡтары артҡан. 107 осраҡ теркәлгән, шуларҙың 19-ы – 9 апрелдә генә. Янғын 130,97 гектар ерҙе ялмап алған. Административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса 31 протокол төҙөлгән. Шуларҙың 19-ы – граждандарға, 12-һе иһә вазифалы кешеләргә ҡағыла.
Ведомство белгестәре респулика халҡын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә, сүп-сар, үлән яндырмаҫҡа, усаҡ яҡмаҫҡа саҡыра.