Йәмғиәт
12 Апреля 2019, 14:40

113-сө космонавт менән осрашыу

Бөгөн, Космонавтика көнөндә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, летчик-космонавт Сергей Ревин менән осрашты.

Бөгөн, Космонавтика көнөндә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, летчик-космонавт Сергей Ревин менән осрашты.
Осрашыуҙа шулай уҡ республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, Башҡортостанда белем биреү проекттарын үҫтереү һәм уларға булышлыҡ итеү буйынса “Виктори” йәмәғәт комитеты рәйесе Вадим Курилов ҡатнашты.
Сарала уҡыусыларҙың фәнни-техник ижады өлкәһендәге, шул иҫәптән космонавтика һәм инженерлыҡ оҫталығын үҫтереү менән бәйле проекттар, ватансылыҡ тәрбиәләү мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостанда Сочиҙағы “Сириус” кеүек һәләтле йәштәрҙе һәм балаларҙы әҙерләү буйынса йыл әйләнәһенә эшләгән үҙәк асыу тәҡдиме яңғыраны.
Әйткәндәй, Сергей Ревин – 113-сө Рәсәй (СССР) һәм 526-сы донъя космонавы. 2012 йылдың май-сентябрь айҙарында ул “Союз ТМА-04М” карабында 125 тәүлек буйы йыһанда осош яһай.
Читайте нас