Бөгөн Ҡандракүлдә махсус хеҙмәттәр тарафынан тикшереү үткәрелеп, һыу объектында 90 самаһы балыҡсы булыуы асыҡланған.
“Ә күлдең периметры буйынса боҙға сығыуҙы тыйған билдәләр ҡуйылған. Әле балыҡҡа йөрөү өсөн хәүефле мәл”, – тип белдерҙеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.
Ведомствонан иҫкәртеүҙәренсә, апрель боҙо – иң ышанысһыҙы. Ул беренсе ҡарашҡа ҡалын һымаҡ күренһә лә, ысынында ныҡ йомшаҡ, кешене күтәрә алмай. Һаҡ булайыҡ!