Башҡортостан сәнғәте оло юғалтыу кисерҙе. Өфөлә ҡапыл ғына Рәсәй фоторәссамы, республиканың халыҡ рәссамы, Рәсәй фоторәссамдары союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәмил Килмәмәтов вафат булды.
Рәмил Исмәғил улы Благовар районының Ҡарғалы ауылында тыуған. Ул даими рәүештә республика фотопроекттары һәм күргәҙмәләр ойошторҙо. Сирек быуат буйына фоторәссамдарҙың “Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт” халыҡ-ара акцияһы авторы булып торҙо. Уның йомғаҡтары буйынса Өфөлә, Мәскәүҙә, Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Төркиәлә, Бразилияла, Иранда, Һиндостанда отчет фотокүргәҙмәләре уҙҙы. Шулай уҡ фоторәссамдың шәхси эштәре лә Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Рәмил Килмәмәтовтың ижад емештәре Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы художестволы галереяларында, Башҡортостандың Дәүләт архивында, Милли музейында, Париж, Лондон, Барселона, Лос-Анджелес ҡалалары музейҙары фондында һаҡлана.
Бәхил бул, рәссам! “Башҡортостан” гәзите редакцияһы мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.