Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2019, 22:59

Кемдең ракетаһы юғарыраҡ осор?

Тап ошо һорау тынғыһыҙланы ярышта барыһын да. Һәр кем Баймаҡ күгенә осоролған ҡырҡҡа яҡын ракетаның ниндәй тиҙлек менән хәрәкәт итеүен ҡыҙыҡһынып күҙәтте.

Земфира Ғәҙелшина фотоһы.
Тап ошо һорау тынғыһыҙланы ярышта барыһын да. Һәр кем Баймаҡ күгенә осоролған ҡырҡҡа яҡын ракетаның ниндәй тиҙлек менән хәрәкәт итеүен ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
Йыл һайын Космонавтика көнө алдынан ракета моделдәрен осороу буйынса турнир үтә. Мәктәптә ракета төҙөү һәм авиамоделләү түңәрәгенә йөрөгәндәр Йәш техниктар станцияһында ла ихлас шөғөлләнә.
Быйылғы ярышта Баймаҡ ҡалаһындағы ДОСААФ ойошмаһының урындағы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнашты. Улар йәш конструкторҙарға ракеталар эшләү өсөн 30 двигатель һәм шунса уҡ моделләштереү ҡоролмаһы бүләк иткән.
Йәш техниктар станцияһы педагогы Байрамғол Ишкинин әйтеүенсә, ярышта һәр кем үҙ ҡулы менән эшләгән ракетаны һынап ҡараны.
“Малай саҡта күптәрҙең космонавт булғыһы килһә, үҫә төшкәс, улар үҙ ҡулдары менән ракета ҡороп, шуны осороуҙан ҙур ҡыуаныс таба. Бәләкәйҙән конструктор шөғөлөн үҙ иткәндәр, ғәҙәттә, артабан авиация һәм техник йүнәлештәге уҡыу йортон һайлай. Беҙ уларҙың хыялын бала саҡтан уҡ тормошҡа ашырырға ярҙам итәбеҙ”, – тине Байрамғол Ишкинин.
Кем белә, бәлки, әле үҙҙәре эшләгән ракеталарын һауаға осорған малайҙар араһынан киләсәктә билдәле конструкторҙар, космонавтар сығыр.