Йәмғиәт
12 Апреля 2019, 18:28

Тупһаң таҙа булһа...

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау буйынса программа булдырыу тәҡдиме бик урынлы, ваҡытлы булды. Күркәм башланғысты бар республика халҡы хуплап ҡаршы алды.

Фото: yandex.ruФото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау буйынса программа булдырыу тәҡдиме бик урынлы, ваҡытлы булды. Күркәм башланғысты бар республика халҡы хуплап ҡаршы алды.
Әле Баймаҡ ҡалаһында был йәһәттән әүҙем эш бара.
“Штукатур-буяусылар подъездарҙа косметик ремонт башланы, – ти “УК ЖФБ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәмил Байбулатов. – Эшселәр бер үк ваҡытта электр үткәргестәрҙең төҙөклөгөн тикшерә, кәрәк булһа – төҙәтә. Шулай уҡ тәҙрәләр, ишектәр ремонтлана.
Өҫтәүенә, программаға ярашлы, был йорттарға ингән урынды һәм яндағы майҙансыҡты төҙөкләндереү ҡарала.
2024 йылға тиклем барлығы 302 подъезды төҙөкләндереү планлаштырылған. Программаға, Баймаҡ ҡалаһынан тыш, Аҡморон, Иҫке Сибай, Урғаҙа, Ҡуянтау, Беренсе Төркмән ауылдары ла индерелгән.
Читайте нас