Йәмғиәт
12 Апреля 2019, 07:09

Юлдарҙа имен булһын

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов белдереүенсә, быйыл тәүге квартал йомғаҡтарына ҡарағанда, республикала 839 юл фажиғәһе теркәлгән, был былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда 5,7 процентҡа юғарыраҡ. Был фажиғәләрҙә 89 кеше һәләк булған, 1108-е — имгәнгән.
Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов юлдарҙа именлек тәьмин итеүгә йүнәлтелгән саралар тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, фажиғә ҡорбандары һанын 3,5 тапҡырға кәметергә тейешле төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Автомобиль юлдарында һәләкәттәр күп булған 136 урын билдәләнгән. Уларҙа комиссия һәр фажиғәне өйрәнеп, аныҡ сара күреү йәһәтенән эш башлаған.
Читайте нас