Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2019, 13:23

Ғаззали батыр иҫтәлегенә

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында бөгөн данлыҡлы көрәшсе, бәһлеүән Ғаззали Үтәшевкә бюст асылды.

Автор фотолары.
Автор фотолары.
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында бөгөн данлыҡлы көрәшсе, бәһлеүән Ғаззали Үтәшевкә бюст асылды.


Тантанала район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов, билдәле тарихсы Илгиз Солтанморатов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты. Ғаззали батырҙың һигеҙ ул-ҡыҙы, ейән-ейәнсәрҙәре килеүе байрамға оло йәм өҫтәне.


“Атайыма башҡорт батырының бар сифаттары ла хас: көрәшсе булыуҙан тыш, ул яугир ҙә, һунарсы ла ине, йыр-бейеүгә лә оҫта булды, – тине улы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәт Үтәшев.


Бөгөн шулай уҡ Аҡъяр спорт комплексында Ғаззали Үтәшев иҫтәлегенә республика буйынса көрәш турниры үтә. Унда Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарынан йыйылған малайҙарҙан алып ир-уҙамандарға тиклем барлыҡ көслө зат вәкилдәре көрәш майҙанында бил һынашасаҡ.


Ғаззали Үтәшев – данлыҡлы көрәшсе, майҙандарҙа 62 йәшкә тиклем бил бирмәгән, бер ҡасан да еңелмәгән бәһлеүән, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Уның исеме Башҡортостанда ғына түгел, ситтә лә киң таралған.
Читайте нас: