Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2019, 11:46

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу туҡтатыласаҡ

Ил Президенты Владимир Путин, киләсәктә Рәсәй армияһы тулыһынса контракт буйынса хеҙмәт иткәндәрҙән торасаҡ, тигән фекерҙә.

Фото: iphones.ru
Фото: iphones.ru
Ил Президенты Владимир Путин, киләсәктә Рәсәй армияһы тулыһынса контракт буйынса хеҙмәт иткәндәрҙән торасаҡ, тигән фекерҙә.
“Йәше еткән егеттәрҙе армияға саҡырыу тора-бара тарихта ҡаласаҡ, – тип белдергән дәүләт етәксеһе. – Әлбиттә, бының өсөн ваҡыт һәм тейешле финанслау кәрәк”.
Уның һүҙҙәренсә, хәрби техниканың ҡатмарланыуына, армия алдына ҡуйылған заман талаптарына ярашлы, контракт буйынса хеҙмәт иткәндәргә ихтыяж ҙурыраҡ.
2012 йылдан Рәсәйҙә контракт буйынса хеҙмәт иткәндәр ике тапҡырға артҡан. Әле улар 394 мең кеше иҫәпләнә.
Читайте нас: