Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2019, 10:59

Халыҡҡа ағыу таратаһың икән...

Әлшәй районы ауылдарының имам-хатиптары алкоголь һатылған йорттарҙа дини ғәмәлдәрҙе үткәрмәҫкә тәҡдим иткән.

Әлшәй районы хакимиәте сайтынан.
Әлшәй районы хакимиәте сайтынан.
Әлшәй районы ауылдарының имам-хатиптары алкоголь һатылған йорттарҙа дини ғәмәлдәрҙе үткәрмәҫкә тәҡдим иткән.
“Ундай өйҙәргә Ҡөрьән уҡырға, сабыйҙарға исем ҡушырға бармаҫҡа кәрәк тигән фекер Раевкала уҙған ҙур йәмәғәт форумында яңғыраны. Ҡайһы бер ауылдарҙың имам-хатиптары әле үк “йәшел йылан” таратылған йорттарға дини ғәмәлдәр үткәрергә йөрөмәй”, – тип белдерҙе район Советы секретары Шамил Сәлимов.
Әлшәйҙә ошо арала алкоголь таратҡандарға ҡаршы 80-гә яҡын сход ойошторолған, уларҙа 5 мең ярымдан күберәк кеше ҡатнашҡан. Киләһе аҙнала тағы ла биш-алты йыйылыш үткәреү планлаштырыла.
“Халыҡ үҙе үк урындарҙа өс-дүрт абруйлы ауылдашынан торған инициатив төркөм төҙөү тәҡдимен еткерҙе. Был кешеләр алкоголь таратылған йорттарға йөрөп, ағыу менән һатыу итеүҙе туҡтатырға кәңәш итә. Уларҙы тыңлайҙар, сөнки хөрмәт итәләр. Һөҙөмтә бар”, – ти Шамил Сәлимов.
Читайте нас: