С.А. Есенин исемендәге Рязань дәүләт университетының ике етәксеһе уғрылыҡта ғәйепләнә.
Улар уҡыу йорто хеҙмәткәрҙәренә бөтәһе 1,2 миллион һум премия яҙған булып, уны үҙҙәренә алған.
Тәртип һаҡсылары эҙҙәренә төшкәс, “Аҡсаны уҡыу йортоноң аккредитация сығымдары өсөн түләнек”, – тип аҡланып маташалар-маташыуын, әммә ысынбарлыҡта уны ҡомһоҙ ғалимдар үҙ кеҫәһенә тыҡҡан.
Уғрыларға енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Был фән әһелдәре студенттарға лекцияларында нимә тип аҡыл өйрәткән була икән?