Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2019, 15:03

"Талҡаҫ" һеҙҙе көтә!

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров көньяҡ-көнсығыш райондарға эш сәфәрендә Баймаҡтағы “Талҡаҫ” шифаханаһында булып, уның хәл-торошо менән яҡындан танышҡайны.

Зөлфиә Сафина фотолары.
Зөлфиә Сафина фотолары.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров көньяҡ-көнсығыш райондарға эш сәфәрендә Баймаҡтағы “Талҡаҫ” шифаханаһында булып, уның хәл-торошо менән яҡындан танышҡайны.
“Һауыҡтырыу учреждениеһын төҙөкләндереүҙе дауам итергә кәрәк. Инвестициялар йәлеп иткәндә, Баймаҡ районы халҡына яңы эш урындары ла барлыҡҡа киләсәк, урындағы ҡаҙнаға һалым да күберәк инәсәк”, – тине етәксе.
Ошо көндәрҙә Талҡаҫ күле янында урынлашҡан шифаханала заман талаптарына яуап биргән өр-яңы корпус сафҡа инде. Уны асыу тантанаһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Башфармация” предприятиеһының генераль директоры Салауат Рәхмәтуллин, район хакимиәте башлығының иҡтисади мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Динар Хисмәтуллин, урындағы имам-мөхтәсиб Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин һәм башҡалар ҡатнашты. Күркәм саранан Иҫән ауылы халҡы ла ситтә ҡалманы.
“Яңы асылған дүртенсе корпуста 36 урынлыҡ 18 бүлмә ял итеүселәрҙе бөгөндән үк ҡабул итергә әҙер. Бер секция социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн әҙерләнгән. Бында йыл әйләнәһенә ял итеү мөмкинлеге булдырылған: йылы һәм һыуыҡ һыу бар, бинаға “зәңгәр ут”, IP-телевидение, “Wi-Fi” тоташтырылған. Бөтә бүлмәләрҙә лә янғын һүндереү ҡорамалдары урынлаштырылған, – ти шифахана директоры Шамил Мәмбәтов.
Әйткәндәй, мебелдәргә, яҫтыҡ-түшәктәргә шифахананың логотибы һуғылған.

Әле бында республиканың төрлө ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән 45 кеше ял итә. Орскиҙан килгән Николай Зверевҡа “Талҡаҫ” шифаханаһы бик оҡшай.
“Бында мин өсөнсө тапҡыр ял итергә килдем, – ти ул. – Тәбиғәте иҫ киткес матур, хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә, дауаланыу процедуралары килешә. Былтыр июндә ял иткәндә был корпустарҙың нигеҙе лә юҡ ине. Ана хәҙер ниндәй заманса корпус төҙөп тә ҡуйғандар! Минеңсә, “Талҡаҫ”ҡа реклама етешмәй, фотоларымды социаль селтәргә һалһам, дуҫтарым “Ҡайҙа ял итәһең?” тип һорай. Әйтһәм, шифахананың ҡайҙа икәнлеген белеү генә түгел, хатта ундай ял йорто барлығын да ишетмәгәндәр күп икәнлеге асыҡлана. Тимәк, бындағы етәкселеккә ошо йәһәттән уйланырға урын бар”.
“Талҡаҫ” шифаханаһы төрлө йылдарҙа ауыр иҡтисади һынылыш кисерә. Ул 1931 йылда Түбә руднигының ял итеү базаһы булараҡ барлыҡҡа килә, 1933-тә “Баймаҡ” ял йорто итеп үҙгәртелә. 2005 йылда “Талҡаҫ” шифаханаһы тигән статусҡа эйә була. 2017 йылда ябылыу ҡурҡынысы янаған шифахананы “Башфармация” предприятиеһы үҙ ҡанаты аҫтына алды.


Етәкселектең киләсәккә пландары ҙур: ике корпус яңынан реконструкцияланасаҡ, йөҙөү бассейны булған ял итеү корпусы төҙөләсәк.
Шифахана шифалы ҡымыҙы менән дан тота. Күптән түгел Учалы районында “Талҡаҫ” исеме аҫтында минераль һыу етештерелә башлаған, уның базаһын Талҡаҫ күле янына күсереү планлаштырыла. Шулай уҡ “Салауат Юлаев” хоккей командаһы менән хеҙмәттәшлек алып барыла.
Районда туризмды үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән “Талҡаҫ” шифаханаһы ял итеүселәрҙе көтөп ҡала.
Читайте нас: