Үткән шәмбе тотош республика халҡы күмәкләп өмәгә сыҡты. Бындай берҙәмлеккә, фиҙакәрлеккә ҡояш та сикһеҙ шатланғандай, көнө буйы йылы нурҙарын өләште. Ләкин, күк аяҙ торһа ла, ерҙә лә “ҡара болоттар” килеп сыға шул...
Ул көндә Өфө ҡалаһына ҡараған “Нива”, “Изобилие”, “Студеный ключ” һ.б. баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә йәшәгән халыҡ күмәкләп өмәгә сығып, М5 “Урал” трассаһынан үҙҙәренә табан төшкән юл буйын (бер саҡрым самаһы ара), ундағы бер рәт булып сәселгән ағастар араһын төш ауғансы сүп-сарҙан таҙарта. Ә ҡый шул ҡәҙәр күп. Ни өсөнмө?
Иглин яғынан Өфөгә үткәндәр тап ошо боролошта сүп-сарын һелтәп китеүсән. Бында ғына ла түгел, тотош М5 буйы тулған ул ҡыйҙан. Иртәнсәк күптәр ҡалдыҡ тулы тоҡтарын Өфөгә алып барып еткерергә сабырлығы етмәйме, трасса буйына һелтәп китә – еңел ҡотола.
Эйе, был көндә баҡсасылар эргә-тирәһендәге барлыҡ ҡыйҙы таҙартып, машина яллап түктертә. Өҫтәүенә ошо 700 метр тирәһе юлдың соҡорҙарын ҡаплау өсөн бер нисә рейста кирбес ҡалдыҡтары алдыртып, барлыҡ тишек-тошоҡто ямай. “Киләһе аҙнала ваҡ таш алдыртып, эште тамамлап ҡуйырбыҙ”, – тип дәртләнешеп, ҡәнәғәт булып таралалар.
Ә икенсе көндә... Ошонда йәшәгән берәү иртәнсәк трассаға сығып барғанында “ГАЗель” машинаһын күреп ҡала. Ул тейәп килгән бар “байлығы”н кисә генә таҙартҡан ергә ауҙарған да китергә йыйына. Асыуҙан ярһыған кеше йәһәт кенә автомобиленән сығып, тегеләрҙе туҡтатырға ынтыла, ләкин улары ҡасып өлгөрә.
Был хәлдән кәйефе ҡырыла баҡсасыларҙың. Күп осраҡта үҙ көсөнә таянырға тырышһалар ҙа, ҡайһы бер мәсьәләләргә хәлдәре етмәй шул. Өфө ҡалаһы хакимиәте ошо боролош тирәһен ҡыйламаһындар өсөн берәй сара күрә алмаймы икән?