Әбйәлил районында матур йолаға әйләнгән “Гүзәлкәй” конкурсы 12-се тапҡыр ойошторолдо.
Быйыл унда биш-алты йәшлек 11 сибәркәй ҡатнашты. Улар өсөн төрлө һынауҙар әҙерләнгәйне. Ҡупшыҡайҙар подиумда килешле атлап, матур кейемдәрен күрһәтте, йыр-бейеүгә маһирлығын асып һалды, спортты яратыуын раҫланы, зирәклектә, тапҡырлыҡта һынау тотто.
Гран-при – Ҡырҙас ауылынан Гөллирә Кирамовала! Уға тажды конкурстың былтырғы еңеүсеһе – Ҡушый ҡыҙы Эвелина Әлибаева кейҙерҙе. Гөллирә шулай уҡ “Интернет гүзәлкәйе” конкурсында ла иң күп тауыш йыйып, еңеүсе булып танылды.
Йәш һылыуҡайҙарҙың барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Яҙҙың иң йәмле конкурсы, һис һүҙһеҙ, ҡыҙсыҡтар күңеленә матурлыҡҡа ынтылыш һалғандыр.