Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2019, 16:16

Депутаттар яр буйын һеперә

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һәм Өфө ҡалаһы, районы хакимиәттәре етәкселәре Ҡариҙел йылғаһының яр буйын таҙартыу буйынса экологик өмәлә ҡатнашты.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һәм Өфө ҡалаһы, районы хакимиәттәре етәкселәре Ҡариҙел йылғаһының яр буйын таҙартыу буйынса экологик өмәлә ҡатнашты.


Ҡариҙел буйы – Сипайлово биҫтәһендә йәшәгән халыҡтың яратҡан ял итеү урыны. Шуға күрә “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары, депутаттар, “Йәш Гвардия” әүҙемселәре, тирә-яҡ мөхиткә битараф булмағандар бер-ике сәғәт эсендә дүрт йөк машинаһына сүп тейәп оҙатты.


Өмәлә ҡала халҡы 50 ҡарағай үҫентеһе лә ултыртты, сара “Ҡала мөхите” проекты сиктәрендә үтте.

Читайте нас: