Республикалағы аҙ ҡатлы төҙөлөш биҫтәләрендә социаль объекттар – мәктәптәр, балалар баҡслары, поликлиникалар – етешмәүе иң көнүҙәк проблемаға әйләнде. Өфө мэрияһы был мәсьәләнең ҡатмарлашыуында төҙөүселәрҙе ғәйепләй.
Хакимиәт аңлатыуынса, социаль объекттар өсөн тәғәйенләнгән урындарҙа төҙөүселәр торлаҡ йорт һалырға ашҡына икән. Тегеләр иһә был майҙансыҡтарҙы һатҡан аралашсыларға һылтана.
– Эш шунда: ер бер ҡасан да шунда уҡ төҙөлөш ойошмаһына тапшырылмай, – ти “Аҡыллы йорт” компанияһы вәкиле Сергей Стрижов.
– Нуғай ауылында төҙөй башлағанда күрҙек: майҙандың 90 проценты – ҡасандыр һәм кемгәлер тапшырылған шәхси ерҙәр. Кемдер унда мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөү йөкләмәһе алған, ләкин артабан ул ошо урында һата һәм нимә төҙөргә икәнен хәҙер яңы хужа хәл итә.
Ҡала хакимиәте әле Өфө аръяғы биҫтәһендә (Йылҡыбай, Федоровка, Самохваловка ауылдары) ҙур йәмәғәт үҙәген – 2200 урынлыҡ мәктәп, 250 урынлыҡ балалар баҡсаһы һәм поликлиниканы – планлаштырыу һәм төҙөү менән шөғөлләнә.