Бөгөн төндә Пенза өлкәһендә юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Унда “МАЗ” һәм “Лада Ларгус” автомобилдәре бәрелешкән.
Һәләкәттә еңел машиналағы биш кеше һәләк булған. Улар республикабыҙҙың Сибай ҡалаһынан, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарынан эшкә китеп барған граждандар була.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә тейешле кешеләргә мәрхүмдәрҙең туғандары менән бәйләнешкә инеүҙе һәм автобус бүлеп, юлға оҙатыуҙы тәьмин итеүҙе, ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеүҙе йөкмәтте.