Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2019, 17:03

Сиҙәм туҡталҡа түгел!

Башҡортостанда автомобилде газонға ҡуйған өсөн штраф түләттерә башланылар. Уның күләме күпме, кем һала һәм халыҡ та был тәртипһеҙлеккә ҡаршы көрәшә аламы?

Башҡортостанда автомобилде газонға ҡуйған өсөн штраф түләттерә башланылар. Уның күләме күпме, кем һала һәм халыҡ та был тәртипһеҙлеккә ҡаршы көрәшә аламы?


Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡабул иткән законға ярашлы, автомобилде газонға, түтәлгә йәки балалар майҙансығына ҡуйған өсөн ошондай штраф ҡаралған: граждандар өсөн – 1-2 мең һум, вазифалы кешеләр өсөн – 5-10 мең, ойошмалар өсөн – 20-30 мең һум. Был ҡағиҙәне ҡабат боҙған өсөн штрафты ике тапҡырға күберәк түләргә тура киләсәк.


Протокол төҙөү һәм штраф һалыу административ комиссияларға йөкмәтелгән, улар һәр ҡала һәм районда бар.


Тәртип боҙоу осрағын һәр кем фотоға төшөрөргә һәм административ комиссияның электрон адресына ебәрергә йәки үҙе алып килергә хоҡуҡлы. Был Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 26.2-се статьяһының 2-се өлөшөндә ҡаралған. Хаттың махсус бланкын Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының сайтында алырға була.
Читайте нас: