Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2019, 14:18

Тағы һыуыта!

Синоптиктарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, киләһе өс көндә Башҡортостанда ярайһы уҡ һыуыта.

Синоптиктарҙың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, киләһе өс көндә Башҡортостанда ярайһы уҡ һыуыта.
“Башгидрометүҙәк”тән хәбәр итеүҙәренсә, 16 апрелдә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуа. Төньяҡ райондарҙа юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы 2-7 градус һыуыҡ, көндөҙ 1-6 градус йылы була.
17 апрелдә һауа торошонда әллә ни үҙгәреш көтөлмәй. Ел төньяҡтан көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 2-7 градус, аяҙытҡанда 11 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ иһә бер градус һалҡындан 4 градусҡа тиклем йылы.
Читайте нас: