Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, “Күп ҡатлы йорттарҙағы подъездарҙы комплекслы ремонтлау” программаһы үҙ эшен башланы. Программа буйынса подряд ойошмалары күптән билдәләнгән, подъездары ремонтласаҡ йорттар исемлеге лә әҙер.
– Башлаған тәүге торлаҡ – Өфөнөң Октябрь проспектындағы 84-се йорт, – ти “Стройресурс” йәмғиәте вәкиле Алексей Сальников. – Биш ҡатлы был йорттағы бер подъезды ремонтлауға ике аҙна ваҡыт кәрәк буласаҡ. Тимәк, йорттағы бөтә дүрт подезды ике айҙан аҙыраҡ ваҡыт эсендә тамамларбыҙ тип уйлайым. Дүртеһендә лә эш бер юлы бара, сөнки береһендә стена кипкәнсә, икенсеһендә ишекте ремонтлай, лампаларҙы алмаштырабыҙ...
Һәр подъезда стенаны буяу, баҫҡыс тотҡаларын алмаштырыу, ишектәрҙе йүнәтеү, хәрәкәт датчигына тоташтырылған лампалар ҡуйыу, почта йәшниктәрен яңыртыу ҡаралған. Был эштәр барыһы ла ҡаҙна иҫәбенә башҡарыла.