Радий Хәбиров Ҡыйғы районында булды.
Республика етәксеһе эш сәфәрен үҙәк район дауаханаһынан башланы. Ул поликлиниканы һәм хирургия корпусын ҡарап сыҡты, медицина ҡорамалдары, кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһенә иғтибар бирҙе. Баш табип Рауил Кәримов әйтеүенсә, дауаханала УЗИ һәм ЭКГ аппараттарына, яңы стоматология, шулай уҡ башҡа ҡайһы бер ҡорамалдарға ихтыяж бар. Бынан тыш, тар белгестәр талап ителә. Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған ике йәш белгес быйыл эш башлаясаҡ. Өҫтәмә кадрҙар йәлеп итеү йәһәтенән дә эш алып барыла. Хеҙмәткәрҙәр өсөн торлаҡ бүлеү ҙә ошо мәсьәләне хәл итеүгә булышлыҡ итә. Үҙәк район дауаханаһы биләмәһендә табиптар өсөн 25 фатирлыҡ йорт бар.
Радий Хәбиров дауахана өсөн тағы ла бер мөһим проблеманы тикшерҙе. Ул һыу бүлеү системаһына бәйле. Әле шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтары махсус ҡулайламаларға йыйыла. Әммә һыуҙы күп ҡулланыу һөҙөмтәһендә улар тиҙ тула, һөҙөмтәлә дауахана биләмәһе генә түгел, эргә-тирәләге ихаталар ҙа бысрана. Урындағы халыҡтан ошоға бәйле ялыуҙар күп. Район башлығы Шамил Мөхәмәтдинов әйтеүенсә, республика етәксеһе ҡатнашҡандан һуң, эш әүҙемләште. Төбәк ҡаҙнаһынан һыу бүлеү системаһын яңыртыу буйынса проект документтары әҙерләүгә 2 миллион һум аҡса бүленде.
Үрге Ҡыйғы ауылында Радий Хәбиров балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә булды. Ул капиталь ремонтҡа мохтаж. 1997 йылда төҙөлгән бинала спорт һәм тренажер залдары, бассейн, саңғы базаһы, төрлө спорт секциялары өсөн бүлмәләр бар. Әйткәндәй, республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында берҙән-бер бассейн тап ошо комплекста урынлашҡан. Әммә объект сафҡа ингән мәлдән алып унда ремонт эштәре бер ҙә башҡарылмаған. Елләтеү системаһы сафтан сыҡҡанға күрә бүлмәләрҙә һәм бассейнда дымлылыҡ кимәле юғары, был иһә стеналарҙың әкренләп емерелеүенә килтергән. Йәй көндәрендә бассейн файҙаланылмай, сөнки үҙәк йылылыҡ селтәре һүндерелә, ә автономиялы йылылыҡ сығанағы юҡ. Төбәк етәксеһе бинаны төҙөкләндереүгә аҡса бүлергә ҡушты. Проект документтарына ярашлы, эштең хаҡы 17,8 миллион һум тәшкил итә.
Район үҙәгендә Радий Хәбиров Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто эшмәкәрлеге менән танышты. Бындағы түңәрәктәрҙә һәм секцияларҙа 750-нән ашыу кеше шөғөлләнә. Ошонда уҡ урынлашҡан Балалар сәнғәт мәктәбендә 300-гә яҡын бала уҡый. Әммә өҫтәмә белем биреү программалары буйынса эшмәкәрлек йүнәлештәрен арттырыу өсөн бүлмәләр етмәй. Шамил Мөхәмәтдинов әйтеүенсә, заман талаптарына яуап биргән Балалар сәнғәт мәктәбенең айырым бинаһын төҙөү мәсьәләне хәл итәсәк.
Былтыр Үрге Ҡыйғы ауылында “Ҡала мөхите” проектына ярашлы мәҙәниәт һәм ял паркы төҙөкләндерелгән. Хәҙер ул ауыл халҡының яратҡан ял итеү урынына әйләнгән. Балалар өсөн бында өс уйын майҙансығы бар. Радий Хәбиров район хакимиәте башлығы менән биләмәне үҫтереү мөмкинлеген тикшерҙе. Шамил Мөхәмәтдинов әйтеүенсә, стадионды реконструкциялау күҙаллана. Ошо маҡсатҡа республика бюджетынан 6 миллион һум аҡса бүленгән. Төбәк етәксеһе шулай уҡ яңы төҙөлгән биҫтәләрҙең инфраструктураһы, уларға газ, һыу үткәреү мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды.
Ошонда уҡ Радий Хәбиров өс ауылдан балаларҙы уҡырға ташыған мәктәп автобусы водителе менән аралашты. Ул ҡыш көндәрендә уҡыусыларға уңайлыраҡ булһын өсөн автобусты йылытыу алымын тәҡдим итте. Төбәк етәксеһе Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына ошо мәсьәләне өйрәнергә ҡушты.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Биҫтә урамындағы күп фатирлы дүрт йорт биләмәһендә “Башҡортостан ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. Урындағы идарасы компания директоры Ильяс Усманов билдәләүенсә, милекселәр менән дөйөм йыйылыш үткәрелгән смета документтары әҙерләнгән. Дизайн проектында ихата юлдарына асфальт түшәү, туҡталҡаларҙы йыһазландырыу, бордюрҙар ҡуйыу, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын асыу, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары, видеокүҙәтеү системаһы менән тәьмин итеү ҡарала. Финанслауҙың дөйөм күләме өс миллион һум тәшкил итә. Эште 1 авгусҡа тамамлау күҙаллана.
Түбәнге Ҡыйғы ауылында Радий Хәбиров урындағы мәҙәниәт йортоноң ағас бинаһын ҡарап сыҡты. 1959 йылда уҡ һалынған бина әле авария хәлендә. Яңы клуб төҙөүгә проект-смета документтары тултырылған. Төҙөлөштөң хаҡы – 41 миллион һум. Эш Адреслы республика инвестиция программаһы аҡсаһы иҫәбенә алып барыласаҡ. Объект төҙөлөшөн киләһе айҙарҙа башлау планлаштырыла.
Түбәнге Ҡыйғы ауыл врач-амбулаторияһында Радий Хәбиров медицина кабинеттарын, стационарҙы, өр-яңы ашығыс ярҙам машинаһын ҡараны, пациенттар һәм персонал менән аралашты, табиптарға һәм фельдшерҙарға, шул иҫәптән үҙ эшен башлағандарға ярҙам күрһәтеү сараларын тикшерҙе. Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рауил Кәримов әйтеүенсә, амбулатория 12 ауыл халҡын хеҙмәтләндерә. Ул 1982 йылда төҙөлгән әүәлге балалар баҡсаһы бинаһында урынлашҡан һәм капиталь ремонтҡа мохтаж. Төбәк етәксеһе Башҡортостан Хөкүмәтенә амбулаторияны яңыртыу мәсьәләһен тикшерергә ҡушты.
Республика етәксеһе шулай уҡ биләмәләрҙе үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған семинар-кәңәшмәлә ҡатнашты. Унда Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондарындағы ауыл биләмәләре башлыҡтары килгәйне. Семинар барышында “Ауыл советтары манифесын төҙөү буйынса фекер алышыу” проект сессияһы уҙғарылды. Унда ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм юл инфраструктураһы, һаулыҡ һаҡлау, экология, мәғарифты үҫтереү, социаль өлкә, мәҙәниәт һәм спорт, йәшәйеш хәүефһеҙлеген тәьмин итеү кеүек йүнәлештәр буйынса тәҡдимдәр яңғыраны. Радий Хәбиров билдәләүенсә, иң яҡшы практикалар һәм тәҡдимдәр республика Хөкүмәтенә аныҡ күрһәтмәләрҙең нигеҙен тәшкил итәсәк.