Үҙенең ҡабатланмаҫ матурлығы менән яҙ миҙгеле кеше өсөн мәшәҡәттәр, хатта хәүеф тә тыуҙыра. Хәйер, быныһына инде күпселектә әҙәм балаһы үҙе ғәйепле. Бөгөн һүҙ ана шул кеше факторы тураһында.
Яҙҙы күптәр “баҡса миҙгеле”, “ҡыр эштәре ваҡыты” тип йөрөтә. Был сағында ауыл-ҡасабаларҙы, баҡса биләмәләрен, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге баҫыуҙарҙы сүптән, көҙҙән ҡалған ҡоро-һарынан таҙарталар. Билдәле, уларҙы тейәп кенә оҙатыу мөмкин дә түгел һымаҡ. Бигерәк тә баҫыуҙарҙағын, яландарҙағын, ләкин ошо “һымаҡ” бик ҡиммәткә төшөүсән.
Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Дмитрий Кобылкин төбәк властарынан баҫыуҙағы ҡамылдарҙы, уҙған йылғы ҡоро үләнде яндырыуҙы ҡәтғи тыйыуҙы талап итте. Быларҙан тыш, ауылдарҙа ла, баҡсаларҙа ла сүп яндырыу тыйыла. Элегерәк урман эргәһендә, һыҙаттар тирәләй һаҡлағыс арауыҡ була торғайны. Ғәҙәттә, ул дүрт-алты метр киңлектә, 30-40 сантиметр тәрәнлектә һөрөлгән “таҫма”нан ғибәрәт. Былар хәҙер ҙә мотлаҡ үтәлергә тейеш.
Ҡағиҙәне үтәмәгән саҡта сүп яндырып, янғын хәүефен булдырған ябай гражданға 1,5–3 мең һум штраф ҡаралған. Әлбиттә, был күп тә кеүек, күп түгел дә һымаҡ. Әммә эш штрафтамы ни? Сүп-сарҙы, ҡыйҙы тәғәйен урынға илтеп түгергә өйрәнергә күптән ваҡыт. Һис сер түгел, хәҙер ауылдарҙа мал һаны ҡырҡа кәмене. Элек бесәнлек өсөн тартҡылаша торғайнылар, хәҙер иһә баҡса эргәһенә сыҡ та сап – үлән тубыҡтан. Йәйен һәр кем үҙенең йорт алдын, баҡса аръяғын сабып тормаһа, көҙөн йәки иртә яҙын тағы ла шул уҡ янғын хәүефе алдында тороп ҡалыуың бар.
Белгестәр әйтеүенсә, барлыҡ янғындарҙың 59 проценты урындағы халыҡ ғәйебе менән сыға. Һәр дүртенсеһе ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәге ҡамылды, ҡалдыҡ һаламды, 13 процент урман янғындары ҡоро үләнде үртәүҙән килә. Йыл һайын сүп-сар, ҡоро үләнде яндырмауҙы иҫкәртеү маҡсатында байтаҡ сара уҙғарыла. Быйыл, мәҫәлән, Мәскәү өлкәһендә “Яҙғы яндырыуҙарға – юҡ” (“Весенним палам – нет!”) акцияһы үтәсәк. Башҡортостанда ла аңлатыу эштәре алып барыла, урындарҙа ауыл-ҡасаба хакимиәттәре тарафынан ҡарарҙар сығарыла, халыҡ йыйындарында еткерелә, тирә-яҡ сүп-сарҙан таҙартыла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле һаман халыҡта: “Иҫке үләнде яндырһаң, яңыһы үҫеп сыға, шуға ла файҙаһы күп, етмәһә, ашлама була”, – тигән ҡараш йәшәй. Асылда иһә уттан да хәтәрерәк нәмә юҡ. Бында янғындың кеше торлаҡтарына күпме зыян килтереүе тураһында һөйләп торорға ла кәрәкмәйҙер, сөнки уның ниндәй афәт алып килерен бөтәһе лә белә. Тәбиғәткә килтерелгән ҡазаны иҫәпләп ҡараһаң да, иҫең китә. “Яңы үлән ҡалҡып сыға”ға килгәндә, утта бик күп төр үҫемлектең орлоҡтары яна. Шулай уҡ барлыҡ органика юҡҡа сыға, был инде тупраҡ ҡатламының уңышһыҙлығына килтерә, өҫкө ҡатламы туҙанға әйләнеп оса, ямғыр һыуҙарына йыуыла. Ут үҙ юлында бар тереклекте яндыра, көйҙөрә: бөжәктәр, һөйрәлеүселәр үлә, терпе, ҡуян һымаҡ йәнлек балалары һәләк була. Яңы ғына шытым, үрсем биргән ағас, ҡыуаҡ үҫентеләре юҡҡа сыға. Шунан һуң бизмәнгә һалып ҡарайыҡ инде. Эйе, иҫке, һары-һоро үлән янғандан һуң йәше “тын алып” киткән һымаҡ булып, йәшел төҫ инә, ә асылда…
Рәсәйҙә йыл һайын уртаса ике миллион гектарғаса урман яна тип иҫәпләнеп килде. Был рөхсәт ителеп һәм рөхсәтһеҙ киҫелгән ағастар майҙанынан ике-өс тапҡырға күберәк. РФ-тың генераль прокуратураһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда ғына ла 2018 йылда бер миллион кубометрҙан ашыу ағастың рөхсәтһеҙ киҫелеүе асыҡланған. Әлбиттә, быларға енәйәт эше ҡуҙғатылғандар инә һәм кубометрлап иҫәпләнә. Ә бына янғындарға килгәндә, мәғлүмәттәр төрлөсә бирелә. Әлбиттә, рәсми органдарҙыҡы экологтарҙыҡынан ныҡ айырыла. Нисек кенә булмаһын, гектар янһынмы, меңләпме, Рәсәйҙәге шикелле миллион гектарлапмы – тәбиғәткә ҡот осҡос зыян килтерелә. Урман тигән һүҙ үҙ эсенә ағасты ғына алмай: фауна, флора – барыһы юҡ ителә. Мәҫәлән, 2018 йылдың ноябренә “Рослесхоз” хәбәр итеүенсә, Рәсәй Федерацияһында 9,9 мең урман янғындары булып, ут 3,2 миллион гектар майҙанды биләгән. Янғындарҙың яртыһы тиерлек Себер федераль округына тура килә. Башҡортостанға килгәндә, уҙған йыл сентябрь айына 128 янғын осрағы теркәлгән, 846 гектарҙа урман янған. Шуның 105-ендә ут кеше ғәйебе менән сыҡһа, 20-һендә йәшен сәбәпсе. Береһендә техниканан күскән, икеһендә – баҫыу яныуҙан.
Белгестәр фекеренсә, урмандарға иң күп зыянды янғындар, ҡоротҡостар һәм тотороҡһоҙ һауа шарттары килтерә. Янғын сығыу сәбәбен алһаҡ, әлеге лә баяғы кеше факторына килеп төртөлә. Ябай итеп әйткәндә, тәбиғәтте һаҡлау һинән, минән башлана…