Йәмғиәт
16 Апрель 2019, 06:27

Көсләп асҡан күҙҙең нуры юҡ

Ҡәрҙәшлек формаль билдәләрҙән юғарыраҡ.

Ҡәрҙәшлек формаль билдәләрҙән юғарыраҡ.


Ут менән Һыу ҡушылып аға хәҙер,

Күк төбөнә тауҙар ишелә.

Мостай Кәрим.


Донъяға ҡарашты, тормош-көнкүрешкә мөнәсәбәтте ҡайһы саҡ зарураттан үҙгәртергә тура килһә лә, күңелеңдә күптән үк тамырланған хис-тойғоно алмаштырып та, эҙһеҙ онотоп та булмай икән. Фани донъяла тотҡарлана төшкәс, ғади ғына уйҙар, бәлки, үҙең дә көтмәгәнсә мәғәнә алалыр. “Теге яҡҡа” табан шыла барған һайын алыҫтағы туғандарҙы яҡынайтаһы, хәлдәренең ауырлығын һиҙһәң, уларҙы еңеләйтәһе килә. Ҡәрҙәшлек ҡағыҙҙарға теркәлгән, мисәттәр менән нығытылған формаль билдәләрҙән юғарыраҡ тора шул.
Тормош — тәбиғәттең үҙе кеүек


Хәйер, улай тиһәң... Баш ҡалала белем-ғилемде уртаҡ эстәгән һабаҡташ­та­рымдың байтағы, үҙем һымаҡ, олоға­йып-ҡаужып бөттө, күптәре, Хоҙай тәхете алдына баҫып, донъялыҡта ни ҡылыу­ҙа­ры тураһында хисап бирергә лә өлгөр­ҙө. Йылдар ағымында балҡып ҡабынған ал таңдарҙы ла, шомландырғыс эңерҙәрҙе лә күрергә тура килә.


Әүәлге замандарҙа, ҙур илебеҙ Урал­тауҙы умыртҡа һөйәге итеп, аяҡты ныҡ баҫып йәшәгән саҡта, һәр тарафта — Алыҫ Көнсығышта ла, Урта Азияла ла, Кавказда һәм Балтик диңгеҙе ярҙарында ла – бихисап дуҫтарым йәшәй ине. Украина менән Беларусь тарафтарында ҡәрҙәштәремдең айырата күп булыуы, бәлки, осраҡлы ғына хәлдер. Әллә оло еңгәм Мария Карпустың — белорус, ҡәйенбикәм Валентина Шевчуктың украин ҡыҙы булыуҙары нәҫел-нәсәбебеҙҙең күптән үк уҡмашып бөтөүенә ишара яһамаймы икән? Хәйер, туғанлыҡ ғәмәлдә ҡан-ҡәрҙәшлек кенә лә түгелдер ул. Рух яҡынлығы, яҙмыштар уртаҡлығы, алдағы көндәргә бер табандан тороп ынтылыу мөһимерәктер, шәт.


Ошо урыҡ-һурыҡ юлдарҙы яҙған мәлдәрҙә Украинала дәүләттәрен етәкләр кешене һайлайҙар. Тәхеткә, собханалла, утыҙ туғыҙ кеше дәғүә итә икән. Даһи зиһенле шул ҡәҙәре лә кешене үҫтергән ил хур булып йәшәмәҫ ул. Бына мин дә Рәсәй телеканалдарында бер генә көнгә лә тынып тормаған ток-шоуҙарға ҡолаҡ һалам да, йәнә шөкөрана (!) тип ижтимағи фекерҙең шул тиклем дә күтәрелеүенә һоҡланам. Каналдан-каналға күсеп йөрөп, беҙҙең ише томаналарҙы ағартыуға ижтиһадын һалған штаттағы зыялылары барҙа Рәсәй ҙә Америкаһын да, Ҡытайын да, Евросоюзын да һис көсәнмәй уҙып китәсәк. Тик был мөғжизәне беҙ генә күрә алмайбыҙ. Йәл.


Ә Украина халҡының яҙмышына барыбер рыяһыҙ мөнәсәбәттә булыу мөмкин түгел. Быйылғы 8 февраль һанында “Башҡортостан” “Туғандарҙы ниндәй зәхмәт һуҡты?” тип аталған мәҡәләмде сығарғайны. Зәхмәттең диагнозын билдәләр, дауалау әмәлдәрен әйтер табип булһаң икән! Советтар Союзы бөтөн йылдарҙа нәшер ителгән көллө әҙәбиәттә Украина Совет Социалистик Республикаһының күп милләтле дәүләт­те тотоп торған иң кәттә нигеҙ ташы булыуы бәйән ителә. Шул яҙмаларҙан бү­тән нәмәне уҡыу мөмкинлегенән мәхрүм йәшәгәс ни, йәнә нимәгә ышанаһың?


Бына Мостай ағай “Азамат” тип атал­ған ыҡсым ғына хәтерләүҙәрендә 1970 йылда Украинала башҡорт әҙәбиәте көн­дәре, ундағы ҡәләмдәштәренең хал­ҡы­быҙҙы, моңобоҙҙо ниндәй юғары­лыҡҡа күтәреп ҡабул итеүе тураһында яҙып ҡалдырҙы. Унан да алдараҡ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Украинаның иң күренекле зыялылары Өфөгә килеп һыйынғас, Максим Рыльский, ҡәрҙәшлек тойғоларын ошо юлдарға һипкәйне.

Мы сходимся, братаемся мы ныне,

Как путники у общего костра,

Башкирия далекой Украине

Здесь простирает руку, как сестра.


Тормош — тәбиғәттең үҙе кеүек. Әле генә һил торған донъяның өҫтөнән ҡапыл ғына көслө ел иҫә башлауын һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Беҙ ҙә байтаҡ тиҫтә йылдар совет идеологияһы, шул осор историографияһы йоғонтоһо ҡаныбыҙға һәм аңыбыҙға һеңдергән уйҙырма ҡоло булып йәшәнек, ошо стереотип әле булһа фекерләүебеҙгә тәьҫирен юғалтмай.
Держава статусын һаҡлау зарур


Украина, әүәлге пропагандистик штам­пты онотмағанда, Рәсәй Федера­цияһынан ғына ҡайтыш союздаш республика ине. Уның сәнәғәтен үҫтереүгә, төрләндереүгә Мәскәү аҡса йәлләмәне. Ошо хәстәрлектең төп өлөшө оборона комплексына йүнәлтелде. Космос, раке­та, двигателдәр, атом энергетикаһы, үт­кәр­гес торбалар өсөн ҡыуыу станциялары, самолеттар — уйлап ҡараһаң, Со­веттар Союзы етәкселәре, сәнәғәт, яңы технологиялар индереү, фәнде үҫ­те­реү һәм башҡа мәсьәләләрҙә Украина, Балтик буйы республикаларын әле бул­һа аңлап етмәҫлек махсус программа буйынса күтәргән һымаҡ. Етәкселәребеҙ әлеге Украинаның, күп быуаттар һуҙы­мында, үҙен үгәйһетелгән етем һымаҡ тото­уын, ошо ғәҙәттең милли мента­литетҡа әүерелеүенә, күп милләтле­лектең, беҙ уйлағанса, гөлләмәгә түгел, бәлки милләт-ара низағ сығанағына әйләнеүенә илтифат итмәгән. Дөрөҫөрәге, теләктәре булмаған.


Шул уҡ ваҡытта украин милләтле һәм аҙ һанлы бүтән бихисап халыҡтар йәшәгән ерҙәр, күп мәртәбәләр, Австро-Венгрия империяһы, Польша, Осман империяһы, Германия хакимлығына эләгә килгән. Бындай шарттар бер генә милләттең дә тупланып йәшәүен тәьмин итә алмай.


Украина, оҙаҡ ваҡыт кәмселектән яфа­лана торғас, зарураттан Рәсәй импе­рияһына һыйынырға мәжбүр була. Бының төп сәбәбе — ХVII быуат урта­һында Польшала Украина казактарының ихтилал күтәреүе. Күтәрелешкә гетман Богдан Хмельницкий етәкселек итә. Казактар поляктарҙан еңелә башлай һәм, үҙ яҡлауына алыуын һорап, батша Алексей Михайловичҡа мөрәжәғәт итә. Мәскәү, әлбиттә, Украи­на­ның бай ерҙәренән баш тартыуҙы кәрәк тип тапмай. 1654 йылғы Переяславль Радаһы шулай хасил була, әммә Раданың һөҙөмтәләрен Украина­лағы гетмандар ҙа, казактар ҙа, крәҫтиәндәр ҙә ҡабул итмәй, сөнки Рәсәй Украина менән договорҙы колониалистик метрополия менән колония араһындағы мөнәсәбәт тип иҫәпләй.


Ошо фекергә таянып һығымта яһа­ғанда, тәүҙә — Рәсәй дәүләте, аҙаҡ Советтар Союзы бүтән илдәргә күрһәткән ярҙамын “Оло ағай менән кесе ҡустылар” араһында булырға тейешле мөғәмәлә тип һанай килгән. Ә кемдең һәр даим буйһоноулы, түбәнселекле хәлдә ғүмер кисергеһе килһен? Украина йәмәғәт­се­легендә рустарға ҡарата тиҫкәре, хатта дошмансыл мөнәсәбәт — шул оҙаҡҡа һуҙылған тиңһеҙлектең сәбәбе. Тиң күр­мәү, сәйәсәттәге тәкәбберлек хатта оло ҡорбандар биреп күрһәтелгән ярҙамды ла юҡҡа сығара. 1877—1878 йылдарҙа Болгарияны Осман империяһының иҙеүенән Рәсәй ҡотҡара. Бындай ярҙам аҙағыраҡ та күп мәртәбә ҡабатлана.


Хәҙер килеп Болгария — Көнба­йыш­тың союздашы, Рәсәйҙең көндәше. Польшаны фашистарҙан азат иткәндә 600 мең совет яугире башын һала, ә Польша — бөгөн Рәсәйҙең хас дошманы. Ни сәбәпле шулай килеп сыға һуң? Ябайлаштырып әйткәндә, мәсьәлә ярҙамды мотлаҡ империалистик мөнәсәбәттән, сәйәси маҡсаттарҙы кешелеклелектән һәр даим өҫтөн ҡуйыуға барып бәйләнә. Табынға иң тәм­ле ризыҡты ла һытыҡ йөҙ, ризаһыҙ һүҙ менән ҡуйһаң, уға теләр-теләмәҫ ке­нә оронорҙар. Рәсәй Федерацияһының тотош донъя илдәре менән ҡәҙимге мөнәсәбәттәренең ғәмәлдә юҡҡа сыға барыуы уның етәкселәренең әүәлге бөйөк держава статусын көсләшеп булһа ла һаҡлап ҡалырға ынтылыу менән бәйле.


Украина мәсьәләһе


АҠШ Президентының именлек буйынса ярҙамсыһы Генри Киссинджер бер мәл: “Украинанан ҡолаҡ ҡаҡһа, Рәсәй һис ҡасан да бөйөк держава була алмаясаҡ”, — тигәйне. Ышанманыҡ. Дошман һүҙе тип ҡабул иттек.


1990 йылдар башында уҡ, суверени­тет­тар парады старт алғанда, Украина СССР-ҙан сыҡһа, ул һис ҡасан да Рә­сәйгә яҡын булмаясағы мәғлүм ине, сөнки украиндар өсөн мөстәҡиллек, беренсе нәүбәттә, Рәсәйҙән ҡотолоу ине, шуға күрә Украина 1918 йылда — Германия, 1991 йылда АҠШ-ҡа һыйыныуҙы хуп күрҙе. Әйткәндәй, 90-сы йылдар башында уҡ яңы Украинала уның герой­ҙары Рәсәйҙән бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшселәр буласағы мәғлүм ине. Улар — гетмандар Иван Выговский, Иван Мазепа һәм Украина милләтселәре ойошмаһы лидеры Степан Бандера. Йәнә лә 2014 йылғы “рус яҙы” Ҡырымды юғалтыу айҡанлы украиндарҙа һыҙла­ныуҙы көсәйтте. Ошондай фекергә таянған хәлдә, Украинаның мөстәҡил­леге өсөн ҡорал тотоп, кем батша Рәсәйе йә совет Рәсәйенә ҡаршы көрәшкән, шулар бөгөн милли батырға әүерелә.


Рәсәй Фәндәр академияһы Иҡтисад институты профессоры Александр Ципко килтергән мәғлүмәттәргә ышанғанда, 1944 йылдан алып 1952 йылға тиклемге осорҙа Украинаның мөстәҡиллеге өсөн ҡораллы көрәштә бер нисә йөҙ мең кеше ҡатнашҡан. 150 мең кеше һуғыш­тарҙа һәләк булған, 77 мең кеше, ғәйебен танып, властарға килеп бирелгән, төрлө язаларға ярты миллион самаһы кеше тарттырылған, шуларҙың 134 меңе ГУЛАГ-ка ебәрелгән, Көнбайыш Украинанан 200 меңдән күберәк кеше УССР-ҙан ситкә һөрөлгән.
Фажиғә шунда ла: Рәсәй импе­рия­һының булмышы славян ҡәүемдә­ренең ысынлап берҙәмлеген иҫәптә тотмаған. Ғөмүмән, империя эсендә халыҡтарҙың күңеле ихлас яҡыная алмай. Көсләп асылған күҙҙә нур балҡығаны әлегә юҡ.


...Ошо яҙмаларыма нөктә ҡуйғансы, Украинала кемдең ил башы булыры билдәле түгел ине. Нисек кенә бул­маһын, Украина ла элекке хәленә ҡайт­маҫ, Рәсәй ҙә империалистик дәүләт статусын алмаҫ. Ошонда мин ХVII быуатта эшләгән американ сәйәсмәне, ғалим Бенджамин Франклин әйткәнде хәтерләнем: “...Олуғ империя, ҙур бәлеш һымаҡ уҡ, ситенән еңелерәк кимереп ашала”.
Читайте нас