Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса Сибайҙа “Һынау үҙәге” дәүләт ҡаҙна учреждениеһының айырымланған подразделениеһы асылды.
Ул Урал аръяғында законһыҙ әйләнештән алынған алкоголле һәм спиртлы эсемлектәрҙе лабораторияла тикшереү мәсьәләһен хәл итергә тейеш. Проект Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы менән тәбәктәге сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты араһындағы үҙ-ара эшмәкәрлек тураһындағы килешеү нигеҙендә тормошҡа ашырылды.
“Һынау үҙәге” директоры Азат Асҡаров әйтеүенсә, Сибайҙағы подразделениела алкоголь беренсе ҡат тикшереләсәк, артабан күрһәткестәр Өфөлә раҫланып, һығымта биреләсәк.