Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Апрель 2019, 19:52

VII класс уҡыусыһы 400 мең һумдан ашыу аҡса эшләгән

Свердловск өлкәһенең Серов ҡалаһы мэры Василий Сизиковтың VII класта уҡыған улы былтыр 400 мең һумдан ашыу аҡса эшләгән.

Свердловск өлкәһенең Серов ҡалаһы мэры Василий Сизиковтың VII класта уҡыған улы былтыр 400 мең һумдан ашыу аҡса эшләгән.


Был хаҡта ҡаланың рәсми сайтында мэрҙың һәм уның ғаилә ағзаларының килеме һәм мөлкәте хаҡында декларациянанан мәғлүм булды.


Ҡала етәксеһенең 2018 йылда эш хаҡы 2,58 миллион һум тәшкил иткән. Уның ҡарамағында йәнә 12,3 һәм 296 квадрат метр майҙанлыҡ ике йорто бар.


Декларацияла мэрҙың улының да байлығы күренә. Былтыр VII класс уҡыусыһының килеме 409,3 мең һум булған. Бынан тыш, "уңған малай"ҙың 212 квадрат метрлыҡ фатиры һәм 552,8 квадрат метрлыҡ йорто бар. Ғәжәп бит, ә!