«Эко-сити» төбәк операторы Федоровка районы буйынса ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ташыу эшенә тотондо. Беренсе булып Аҡбулат ауылын сүп-сарҙан азат иттеләр. Халыҡҡа ошо турала алдан хәбәр ителгәйне, шуға күрә был сара ойошҡан рәүештә барҙы.
Шул уҡ көндө Дедов, Ишбүләк, Юрковка, Грицаевка һәм Яңы Ауылдан да сүп сығарҙылар. Ошоға саҡлы, йәғни 1 ғинуарҙан алып, районда сүп Федоровка, Бала-Сытырман һәм Гончаровка ауылдарынан ғына ташыла ине. Хәҙер эшкә, графикка ярашлы, барлыҡ 67 ауыл да йәлеп ителә.