Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2019, 19:56

Академик менән академик осрашты

Башҡортостанда Татарстан көндәре ике республика Фәндәр академиялары президиумдарының берлектәге ултырышы менән асылды. Ултырыштың темаһы – “Татарстан һәм Башҡортостандың академия фәне: хеҙмәттәшлек торошо һәм мөмкинлектәре”.

Башҡортостанда Татарстан көндәре ике республика Фәндәр академиялары президиумдарының берлектәге ултырышы менән асылды. Ултырыштың темаһы – “Татарстан һәм Башҡортостандың академия фәне: хеҙмәттәшлек торошо һәм мөмкинлектәре”.


Берлектәге пленум Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов тарафынан Татарстан Фәндәр академияһы президенты, физика-математика фәндәре докторы, профессор Мәҡзүм Хәлимулла улы Сәләховҡа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы дипломын тапшырыуҙан башланды.


Мәғзүм Хәлимулла улы “Хәҙерге йәмғиәттә фән” тигән ғилми доклад менән сығыш яһаны. Ул йәмғиәттең үҙ ғалимдарына ышанмауы тураһындағы мәсьәләне күтәрҙе. Академик Рәсәй Президенты Владимир Путиндың былтыр ноябрҙә Президент ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф советы ултырышында әйткән һүҙҙәрен хәтергә төшөрҙө. “Фәнгә бындай ҡараш үҙгәрергә тейеш, сөнки ул намыҫлы хеҙмәт кеүек өҫтөнлөктө юҡҡа сығара”, – тигәйне ил башлығы. М.Х. Сәләховтан һуң Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Ә.С. Ғаязов “Башҡортостан Республикаһында фәнни-технологик үҫеш өҫтөнлөктәре”, ВНИИУС генераль директоры Ә.М. Мазһаров “Нефтте көкөрт водородынан һәм меркаптандарҙан промыслала таҙартыу”, Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты В.Е. Андреев “Нефттең ауыр сығарылған тупламдарын үҙләштереү метотехнологияһы”, республиканың Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры А.В. Йәнгиров “Төбәкте социаль-иҡтисади үҫтереү өлкәһендәге стратегик тикшеренеүҙәр һәм фәнни эшләнмәләр” тигән темаларға сығыш яһаны.


Берлектәге ултырыш аҙағында Башҡортостан Фәндәр академияһы менән Татарстан Фәндәр академияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.


Фото: Резеда Вәлитова.
Читайте нас: