1 июндә Дордонь департаментындағы Тарихҡаса дәүерҙе өйрәнеү үҙәгендә асылып, артабан сентябргә тиклем Испанияның Сантильяна-дель-Мар ҡалаһындағы Милли музейҙа һәм Альтамира тикшеренеү үҙәгендә Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр һәм “Янғантау” геопаркы күргәҙмәһе дауам итәсәк.
Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәгенән белдереүҙәренсә, был сара һөҙөмтәле хеҙмәттәшлектең башы буласаҡ. Ул йәмәғәтселектең киң ҡатламдарына Шүлгәнташ мәмерйәһе менән танышыу мөмкинлеген бирәсәк, уны һаҡларға һәм ЮНЕСКО исемлегенә индереү йәһәтенән башҡарылған эштәргә булышлыҡ итәсәк.