Йәмғиәт
17 Апреля 2019, 06:05

Ике аҙна һайын – бер подъезд

Ноябрҙә улар балҡып торорға тейеш.

Ноябрҙә улар балҡып торорға тейеш.


Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, “Күп ҡатлы йорттарҙағы подъездарҙы комплекслы ремонтлау” программаһы үҙ эшен башлауы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Программа сиктәрендә был эште башҡарырға тейешле подряд ойошмалары билдәләнгән, подъездары ремонтланасаҡ йорттар исемлеге лә әҙер.


– Муниципалитет беренсе сиратта подъездары күптән ремонт­ланмаған һәм иҫкергән йорттарҙы һайлаған, тәүге эш урыныбыҙ – Өфө­нөң Октябрь проспектындағы 84-се йорт, – ти “Стройресурс” йәм­ғиәте вәкиле Алексей Сальников. – Биш ҡатлы был йорттағы бер подъезды ремонтлауға ике аҙна ваҡыт кәрәк буласаҡ. Тимәк, йорт­тағы бөтә эште ике айҙан аҙыраҡ ваҡыт эсендә тамамларбыҙ тип уйлайым. Дүрт подъезда эш бер юлы бара, сөнки береһендә стена кипкәнсе икенсеһендә ишекте ремонтлай, өсөнсөһөндә түшәмде аҡлай башлайбыҙ...


Һәр береһендә стенаны буяу, ишектәрҙе йүнәтеү, хәрәкәт датчигына тоташтырылған лампалар ҡуйыу, баҫҡыс тотҡаларын һәм почта йәшниктәрен алмаштырыу ҡаралған, тәҙрәләр пластиктан буласаҡ. Был эштәр барыһы ла ҡаҙна иҫәбенә башҡарыла.


– Был йортта илле йыл йәшәйем инде, – ти Римма Дулатова. – Бынан ете-һигеҙ йыл элек подъез­дың стенаһын ғына буяғай­нылар, уға тиклем тағы ҡасан аҙмы-күпме ремонт булғандыр, хәтер­ләмәйем. Ошондағы халыҡты йыйып, йыйылыш үткәрҙеләр, ниндәй эштәр башҡарыласағын аңлат­тылар, стенаны фирүзә төҫөнә буяр­ға тип килештек. Тәҙрә тупһа­ларын буярға ғына түгел, ә пластик йәйеү хаҡында ла әйткәйнек, уныһы ремонттан аҡса күпме ҡалыуға бәйле икән.


Төбәк операторы вәкиле Олег Койда әйтеүенсә, республика буйынса дүрт мең подъезды ремонт­ларға кәрәк буласаҡ. Бының өсөн 1 миллиард 30 миллион һум бү­ленә. Бөтә эш быйыл ноябрҙә тамам­ланырға тейеш.
Читайте нас