Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2019, 14:50

Тауар һатырға өйрәтәсәктәр

23 апрелдә Мәләүез ҡалаһында республикала экспорт эшмәкәрлеген үҫтереүгә арналған ҙур кәңәшмә уҙғарыла. Унда ошо йүнәлештәге дәүләт ярҙамы саралары, сит илгә тауар һатыуҙы арттырыу өсөн ниндәй ғәмәли ҡарарҙар ҡабул итеү кәрәклеген тикшерергә йыйыналар.

Был сараны Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты, “Башҡортостан Республикаһында экспорт йүнәлешле бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын яҡлауҙы көйләү үҙәге” йәмғиәте, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, “Рәсәй экспорт үҙәге”нең Өфөләге ойошмаһы берлектә үткәрәсәк.

Кәңәшмәлә Стәрлетамаҡ, Ишембай, Күмертау ҡалаларының, шулай уҡ Ейәнсура, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Стәрлебаш һәм Федоровка райондарының экспорт менән шөғөлләнгән йәки шул маҡсатҡа ынтылған предприятиелары ҡатнашасаҡ.

Фото: Мәләүез районы хакимиәте сайтынан
Читайте нас: