Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2019, 13:39

Ярҙан 217 километр алыҫлыҡта тере ҡала

Уҙған аҙна аҙағында Таиланд янындағы диңгеҙҙә, ярҙан 217 километр алыҫлыҡта бәләгә тарыған мәхлүкте ҡотҡаралар.

Уҙған аҙна аҙағында Таиланд янындағы диңгеҙҙә, ярҙан 217 километр алыҫлыҡта бәләгә тарыған мәхлүкте ҡотҡаралар.


Диңгеҙҙә урынлашҡан нефть быраулау скважинаһы эшселәре һыуҙа хәле бөткән этте күреп ҡалып, арҡандар ярҙамында тартып ала. Күрәһең, бахырҡай берәй караптан йәки кәмәнән төшөп ҡалған.


Ябыҡҡан, йонсоған хайуанды ике көн буйы тәрбиәләйҙәр, артабан уҙып барған карап экипажына биреп ебәрәләр. Дүшәмбелә инде этте Сонгкхла ҡалаһындағы ветеринар клиника табиптарына тапшыралар. Улары хайуандың һап-һау икәнлеген белдерә һәм хужаһын эҙләй башлай. Әгәр ҙә ул табылмаһа, берәҙәкте алырға теләүселәр бар икән.


Фото: Daily Mail/YouTube
Читайте нас в