Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2019, 20:40

Айғырға юл асыла

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 майҙан ял көндәрендә “Өфө – Белорет” ҡала яны поезы йөрөйәсәк һәм ул Айғырҙа туҡтаясаҡ. Компанияның генераль директоры Игорь Поляев был проектты шартлыса “Айғыр” тип атаны.

Өфөнән поезд иртәнге 6 сәғәт 56 минутта ҡуҙғалһа, Айғыр туҡталышында 10 сәғәт 35 минутта буласаҡ, ә Белорет ҡалаһына 12 сәғәт 03 минутҡа барып етәсәк.

Компания тыуҙырған бындай шарттар Белорет районының Айғыр разъезы ауылына һәм ошо тирәләге матур тәбиғәткә сәйәхәт ҡылырға теләгән туристарға бигерәк тә уңайлы буласаҡ.

Фото: uraloved.ru.
Читайте нас: